Перейти к содержимому

Пост канала

ИнфоКанал МОБУ СОШ д.Абдулмамбетово МР Бурзянский район.
  1. фото

    Бөгөн мәктәптә Башҡортостан Республикаһы Көнөнә арналған матур һәм йәнле саралар үтте. Байрам атмосфераһы бөтә уҡыусыларҙы ла солғап алды. Кесе класс уҡыусылары (1-4 кластар) милли уйындарҙа әүҙем ҡатнашты. Балалар «Үгеҙ йөҙөк кемдә?» һәм «Боҙоҡ телефон» уйындарын ҙур ҡыҙыҡһыныу менән уйнанылар. Был уйындар балаларҙың берҙәмлеген нығытты, уларға күңелле һәм файҙалы ваҡыт үткәреү мөмкинлеген бирҙе. Өлкән класс уҡыусылары (5-11 кластар) өсөн «Паровоз туҡталыштары» тигән ҡыҙыҡлы квест уйыны ойошторолдо. Уҡыусылар станциянан станцияға күсеп, төрлө ҡыҙыҡлы һәм белем биреү биремдәрен үтәнеләр. Квест барышында балалар республикабыҙҙың тарихы, мәҙәниәте һәм традициялары тураһында яңы мәғлүмәттәр алдылар. Был саралар уҡыусыларҙа үҙ телебеҙгә, мәҙәниәтебеҙгә һәм тыуған яғыбыҙға ҡарата ғорурлыҡ хистәре тәрбиәләй. Башҡортостан Республикаһы Көнө менән ҡотлайбыҙ! Илебеҙ имен, киләсәгебеҙ яҡты булһын!

    Открыть в MAX
    Просмотры
    146
    ER
    3,4%
    Реакции
    5