Перейти к содержимому

Пост канала

МБДОУ ДЕТСКИЙ САД "РАДУГА " С.ТАЗЛАРОВО
  1. фото

    Тәрбиәсе - изгелек, яҡшылыҡ орлоҡтарын сәсеүсе. Хатта сәсеүсе генә лә түгел, ә баҡсасы, сөнки үҫентеләрен ихлас тәрбиәләй, киләсәктә уларҙың шаулар урман булырына ышана ул. Һүҙем үҙ эшенә бар күңелен һалып эшләгән "Йәйғор" балалар баҡсаһының тәрбиәсеһе Икбаева Айһылыу Вәхит ҡыҙы тураһында булыр. 1991 йылда Күмертау педагогия училищеһын тамамлай. Һәм Таҙлар ауылына Мәктәпкә эшкә инә. Ә аҙаҡ 2011йылда Таҙлар ауылына "Йәйғор" балалар баҡсаһына эшкә урынлаша. Ул 15-йылдан ашыу ошо балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләп йөрөй. Айһылыу Вәхит ҡыҙы үҙен ысын тәрбиәсе итеп, тик яҡшы яҡтан ғына күрһәтә. Ул балаларға йөрәк йылыһын бүләк итә. Кескәйҙәрҙең һәр береһе менән еңел уртаҡ тел таба, уларҙы үҙ балаларылай ярата. Үҙ йөрәк йылыһын бүләк итеп, холоҡтарына нигеҙ һала, һәләттәрен үҫтерә. Тәжрибәле тәрбиәсене балалар ҙа ярата, ата-әсәләр ҙә һәм коллегалары ла хөрмәт итә. Айһылыу Вәхит ҡыҙына ғаиләһе менән берҙәм, татыу ғүмер кисерергә яҙһын, еңел булмаған хеҙмәтендә уңыштар, яңынан-яңы үрҙәр, сабырлыҡ теләйбеҙ. #ГодДошкольногоОбразования #ГДОБашкортостан

    Открыть в MAX
    Просмотры
    91
    ER
    20,9%
    Реакции
    19