Перейти к содержимому

Пост канала

Администрация Хайбуллинского района
  1. фото

    "Айыҡ ауыл" конкурсының муниципаль этабында ҡатнашыусы Оло Арыҫланғол (Сик) ауылында ауылдаштар, яҡташтар тырышлығы менән бик күп файҙалы эштәр башҡарылып килә. Экологик өмәләр ярҙамында йылға буйҙары, шишмәләр таҙартылды, "Еңеү аллеяһы" булдырылып 32 төп шыршы ағастары ултыртылды һәм матур итеп кәртәләп алынды, ял итеү урыны эшләп ҡуйылды, матур, файҙалы һәм фәһемле саралар үтеп тора. - Ә бөгөн ауылдаштар ауылға булған һөйөүҙәрен белдереп артобъект урынлаштырҙы. Әлбиттә бар эштәрҙә лә урындағы үҙидара ярҙам ҡулы һуҙа, әммә ауылдаштарҙың әүҙемлеге, тырышлығы, берҙәмлеге төп урынды алып тора,- тип хәбәр итә урындағы хакимиәт. #Айыҡауыл2026

    Открыть в MAX
    Просмотры
    323
    ER
    2,8%
    Реакции
    9