Пост канала
- фото
Халҡыбыҙҙа "Үлгәндәрҙең ҡәберен бел, тереләрҙең ҡәҙерен бел" - тигән тапҡыр ғына әйтем бар. "Айыҡ ауыл" конкурсында ҡатнашыусы Оло Арыҫланғол ауылы халҡы был хаҡиҡәтте бер ваҡытта ла онотмай. Йылына ике тапҡыр - яҙ һәм көҙ ауылдаштар йыйылып, ҡырҙа йәшәгән яҡташтар ҡайтып зыяратты тәртипкә килтереү буйынса ҙур өмә үткәрә. Был юлы ла ошо изге эште башҡарып ҡуйҙылар. 18 быуат урталарында барлыҡҡа килгән Арыҫланғол ауылы зыяратында бик күп зыялы, күренекле шәхестәр ерләнгән. 19 -сы быуатта 600 самаһы кеше теркәлгән был ауылда батша ғәскәрендә хеҙмәт иткән хәрбиҙәрҙә күп булған. Бик боронғо ҡәбер таштары осрай был боронғо зыяратта. Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы буйынса тимер менән кәртәләп ҡуйылған зыярат - ауыл халҡының үткәндәренә битараф түгеллеген күрһәтә. Өмә бөткәс, ауыл мәсетендә әрүәхтәр рухына, МХО ла хеҙмәт иткән ауылдаштары һаулығына салынған ҡорбан ашынан ауыҙ итеп, аяттар тыңлап ҡәнәғәт таралышты ауылдаштар,- тип хәбәр итә ауыл халҡы. #Айыҡауыл2026
Открыть в MAX- Просмотры
- 351
- ER
- 0,9%
- Реакции
- 3