Перейти к содержимому

Пост канала

Отдел образования АМР Баймакский район РБ
  1. Герой партаһын асыу – ул Тыуған ил өсөн ғүмерен биргәндәрҙең хәтерен мәңгеләштереү, хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусыларға ихтирам уятыу, рәхмәт белдереү, туғандарын һәм яҡындарын иғтибар һәм хәстәрлек менән уратып алыу мөмкинлектәренең береһе. 22 сентябрь көнө ошо маҡсатта булдырылған проектҡа ҡушылып, Ниғәмәт урта мәктәбендә Украинала барған махсус хәрби операция батыры Мозафар Ҡәнзәфәр улы Мырҙағәлин исемен йөрөткән “Герой партаһы” асылды. Тантанала геройыбыҙҙың әсәһе, туғандары, уҡытыусылары, класташтары, иптәштәре ҡатнашты. Райондың хәрби комиссары С.Г.Лаврин Мозафар Ҡәнзәфәр улының әсәһе Дилә Вәлиәхмәт ҡыҙына улының дәүләт наградаларын тапшырҙы. Парта артына тәүгеләрҙән булып ултырыу хоҡуғы яугиребеҙҙең яҡындары- ҡустылары, 4 класс уҡыусыһы Рияз Сакинға һәм 5 класс уҡыусыһы Саньяр Мырҙағәлингә бирелде.

    Открыть в MAX
    Просмотры
    299
    ER
    2,0%
    Реакции
    6