Перейти к содержимому

Пост канала

Отдел образования МР Бураевский район
  1. фото

    Бөгөн, 20 август, уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһе ҡыҫаларында туған башҡорт, татар, удмурт, мари теле уҡытыусыларының секцион ултырышы үтте. Ултырышты методик кабинет етәксеһе Солтанова Рәмилә Рәиф ҡыҙы, яңы уҡыу йылы менән ҡотлап, асып ебәрҙе. Артабан район методик ойошмаһы етәксеһе Йәғәфәрова З. Ә. көн тәртибе менән таныштырҙы. Рәмилә Рәиф ҡыҙы 2025-2026 уҡыу йылына йомғаҡ яһаны һәм 2026-2027 уҡыу йылына ҡуйылған бурыстар менән таныштырҙы, Мәскәү электрон мәктәбендә эшләүҙең ҡулай яҡтарына туҡтап үтте, уҡытыусыларҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Үҙ тәжрибәһенә нигеҙләнеп Ғәйнетдинова Л. Р. башҡорт теленән олимпиадаға әҙерләнеү эшен ойоштороу үҙенсәлектәре менән таныштырҙы. Хәкимова Ч. Г. БДИ һөҙөмтәләренә анализ эшләне һәм алдағы уҡыу йылына имтихандарға эҙерлек эштәренең бурыстарын билдәләне. "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡыусыһы -2025" конкурсы номинанты Ғарифйәнова Елена Рәзиф ҡыҙы конкурста алған тәжрибәһе, тәьҫораттары менән бүлеште. Урал батыр көндәренә әзерлек эштәре алып барыу, балаларҙы эпосты өйрәнеүгә ылыҡтырыу тураһында Йәғәфәрова З. Ә. ҡыҙы һөйләп китте. Уҡытыусылар, заманса алымдар һәм технологиялар ҡулланыу, берҙәм цифрлаштырған белем биреү платформаһы мөмкинселектәрен ҡулланыу, һөнәри кимәлде үҫтереү кеүек мәсьәләләр буйынса кәңәшләште.

    Открыть в MAX
    Просмотры
    271
    ER
    1,1%
    Реакции
    3