Пост канала
- фото
Көҙ һағышлы тимә, һәр миҙгелдең, Бар үҙ көйө, моңо, үҙ йыры. Күңел иретерлек ҡояшы ла, Ләйсән кеүек йылы ямғыры. Көҙ һағышы ҡай саҡ биләп алһа, Аяҙ күккә берҙәй текеләп ҡара. Сикһеҙ даръяларҙа ҡоштар тубы, Йылы яҡҡа табан һауа яра. Эс бошорғос бары ҡарлы ямғыр, Елдәре лә сыҡһа көслө- ажғыр. Аҡ томандар ҡаплап пәрҙә ҡорор, Бер мәлендә ҡоштар сыҡмаҫ ҡанат ҡағыр, Шул сағында күңелеңә булыр ауыр. 🖊️Хәйҙәр Көмөшбаев.
Открыть в MAX- Просмотры
- 47
- ER
- 4,3%
- Реакции
- 2