Пост канала
🤲 Таҙалыҡтың ете ҡағиҙәһе 🌀 "Ҡул таҙалығы" Был артыҡты алмауҙы, кешенекенә теймәүҙе аңлата. Шулай уҡ был килемеңдең бер өлөшөн хәйер итеп таратыу фарызлығына ишара. 🌀 "Ҡолаҡтарҙың таҙалығы" Был ҡурҡаҡ, яман телле, ығы-зығылы һ.б. кешеләргә ҡолаҡ һалмаҫҡа, шулай уҡ ғәйбәт, әшәке һәм буш һүҙҙәрҙе тыңламаҫҡа кәрәклеген аңлата. 🌀 "Күҙ таҙалығы" Күҙҙәрҙе нәфрәттән, яманлыҡтан, көнләшеүҙән, нәфсенән тыйырға кәрәк. 🌀 "Тел таҙалығы" Был иһә артыҡ күп һүҙлелектән, әшәке һүҙҙәрҙән һаҡланырға кәрәклеккә ишара. 🌀 "Тән һәм кейем таҙалығы" "Сәләмәт тәндә - сәләмәт рух", "Ағас күрке - япраҡ, әҙәм күрке - сепрәк". 🌀 "Уй-фекер таҙалығы" Ҡараңғы уйҙар, насар теләктәр менән башыңды ауырайтыуҙан тыйылырға. Был, шулай уҡ, үҙ-үҙеңде йәлләүҙән өҫтөн булырға тигәнде лә аңлата. Үҙеңде юҡҡа йәлләп ваҡыт әрәм иткәнсе, изге теләк менән күңелеңде күтәр! 🌀 "Күңел һәм йөрәк таҙалығы" Күңел ынтылыштарына, йөрәк ҡағыныуҙарына һаҡсыл булырға, иғтибарһыҙ ҡалдырмаҫҡа. Тәүфиҡлы бул Һөйәһең икән, ысын күңелдән һөй. Кешелеклелек, мөхәббәт, тыныс аҡыл - бына нимәлә бәхет асҡысы.
Открыть в MAX- Просмотры
- 80
- ER
- 2,5%
- Реакции
- 2