Перейти к содержимому

Пост канала

Атайсал
  1. 15 октябрь - Халыҡ-ара ауыл ҡатын-ҡыҙҙары көнө. Таң һарыһы әле беленмәгән, Төтөн һуҙа ауыл мейесе. Ҡатын - ҡыҙҙарыбыҙ! Һеҙ булғанға Йылы, нурлы һәр саҡ өй эсе. Табындарҙа - ҡомалаҡлы икмәк, Тәмле самауырҙың сәйҙәре; Ҡышын ҡулдар бер аҙ бушап торһа, Алһыҙ - ялһыҙ үтә йәйҙәре. Эшегеҙҙе һеҙҙең һанап тормам, Кем ауылда үҫкән - таныштыр; Ауыл ҡатынының ҡулы ете, Ауыл ҡатындары тырыштар. Ҡала ҡатындары үпкәләмәҫ, Һеҙҙе данлар башҡа шағирҙар; Ауыл ҡатындары! Һеҙҙең өсөн Бөгөнгө көн йырҙар, шиғырҙар. Флүрә Маликова.

    Открыть в MAX
    Просмотры
    156
    ER
    1,9%
    Реакции
    3