Перейти к содержимому

Пост канала

Атайсал
  1. фото

    Баймаҡ районының Төркмән ауыл мәҙәниәт йортонда «Серҙәштәр» ансамбле ҡатнашыусылары махсус хәрби операция яугирҙәре өсөн бауырһаҡ һәм сәк-сәк әҙерләне. Был – ябай ғына ризыҡ түгел, ә һәр береһенә әсә йөрәгенең йылыһы, саф күңелдән сыҡҡан изге теләктәр һалынған тәмлекәс. Алғы һыҙыҡта хеҙмәт иткән һалдаттарыбыҙ өсөн бындай өй күстәнәһе – иң ҙур ҡыуаныс, рухи терәк һәм тыуған яҡтың хәтеренә бирелгән хөрмәт билдәһе. -Оло йөрәкле, намыҫлы апайҙарыбыҙға һәм егеттәребеҙгә ихлас рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ! Һеҙҙең изге ғәмәлдәрегеҙ – батырҙарыбыҙға ҡеүәт һәм ышаныс өҫтәй. Яугирҙәребеҙ имен-аман булып, еңеү яулап, тыуған ауылына әйләнеп ҡайтһын! Ошо сараны ойошторған культорганизатор Розалия Зиннур ҡыҙына оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ! Эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ! - тип яҙа төркмәндәр социаль селтәрҙә.

    Открыть в MAX
    Просмотры
    96
    ER
    —
    Реакции
    —