Перейти к содержимому

Пост канала

Атайсал
  1. фото, видео

    Бәҙри Мәмбәтҡолов исемендәге Сибай педагогия колледжы коллективы яңы уҡыу йылын изге эштән башланы. Улар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ебәреү өсөн сәк-сәк бешерҙе. Яугирҙәргә гуманитар ярҙамды колледж коллективы йыш ойоштора. Әйтергә кәрәк, дөйөм көс менән тупланған ылауҙы колледж директоры Фәнил Рамаҙан улы үҙе алғы һыҙыҡҡа алып бара. Унда яҡташ яугирҙәр менән осрашып, үҙ ҡулдары менән күстәнәстәрҙе тапшырып ҡайта. Коллективы күмәк эшкә өлөш индергәне, ылауҙы үҙе оҙатып барғаны өсөн етәксе күптән түгел Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнгән. -Йөрәк йылыбыҙҙы, изге теләктәребеҙҙе һалып, ихлас күңелдән бешергән күстәнәстәр яугирҙәргә тыуған сәләмен еткерер һәм еңеүҙе тиҙләтер тигән ышаныста ҡалабыҙ, - тиҙәр изге эш башҡарыусы колледж уңғандары. Афарин! Еңеү дөйөм көс менән генә яулана!

    Открыть в MAX
    Просмотры
    143
    ER
    2,8%
    Реакции
    4