Перейти к содержимому

Пост канала

Атайсал
  1. фото

    Хәйбулла районының Йәнтеш мәҙәниәт йортонда “Ветеран ихатаһына – хәстәрлек һәм иғтибар” район конкурсының йомғаҡлау этабы уҙҙы. Сара Әбеш, Ивановка, Аҡъюл һәм Атингән ауыл биләмәләре  ветерандарын берләштерҙе. Матур сараны "Әхирәттәр" ҡатын- ҡыҙҙар клубы асып ебәрҙе. Артабан һәйкәлгә сәскәләр һалыу тантанаһы, иҫләп бер минут тынлыҡ менән хәтерләп үттек. Конкурста ҡатнашыусылар үҙҙәренең хеҙмәт һөҙөмтәләрен, йәғни баҡсаларында үҫтерелгән йәшелсә-емештәрен, аллы-гөллө сәскәләрен, ҡайнатма-компоттарын, салаттарын, бешерелгән һәм һөт-ит ризыҡтарын, ҡул эштәрен тәҡдим итте.  Бәйгеселәрҙең береһенән-береһе матур күргәҙмәләре хайран ҡалдырҙы. Үҙҙәре тураһында таныштырып, ғаиләләре тураһында һөйләп үтте. Иң матур һәм сағыу байрам сараһы булды. Өҫтәл янында тәмле сәйҙәр эсеп, йылы аралашып таралыштыҡ. #2026 #ЯнтышевскийСДК #ВетеранскоеПодворье

    Открыть в MAX
    Просмотры
    130
    ER
    1,5%
    Реакции
    2