Перейти к содержимому

Пост канала

Kөнгәк гәзите.Мәләүез/ Газета Конгэк.Мелеуз
  1. фото

    ✅Изгелек ҡылығыҙ Яҙғы иртәлә  егет магазин алдында хәйер һорап ултырған ирҙе осрата. Янындағы таҡта киҫәгенә ике генә һүҙ сыймаҡланған: «Мин һуҡыр». Был үтенескә һатып алыусылар иғтибар ҙа итмәй, битараф үтеп китә. Бер нисә һум аҡсаны иҫәпкә алмағанда, егеттең һауыты буш. Уны йәлләгән егет янына сүгәләп: - Мин һеҙгә аҡса бирә алмайым шул,- ти ғәйепле ҡиәфәт менән, - сөнки үҙем дә бер нисә ай эшһеҙмен. Әгәр ҡаршы булмаһағыҙ, һеҙгә башҡаса ярҙам итә алам. Таҡта киҫәгендәге үтенескә бер аҙ үҙгәреш индерә алам. Ғәжәпләнгән хәйерсе бер аҙ икеләнеп: - Ярай, нимә теләйһең, шуны яҙ. Ләкин шуны әйтәм: бөгөн кеше  йөрәген иретә алырлыҡ һүҙ табылыуы икеле. Йәш егет маркер менән плакатҡа бер нисә һүҙ өҫтәп яҙа ла, юлын дауам итә. ... Кискәрәк ул хәйер һораусының янынан үткәндә, таҡта киҫәгендәге һүҙҙәрҙең кеше йөрәгенә ысын мәғәнәһендә тәьҫир итеүенә инана. Һауыт аҡса менән тулған, унда ваҡ тәңкәләрҙән тыш, илле, йөҙ һумлыҡтар ҙа тулы икән. - Эшең күпкә яҡшырған, - ти ул хәйерсегә.  Уныһы егеттең тауышын танып, аптырап һорай: - Һин минең таҡта киҫәгенә нимә яҙҙың? -   Мин бары тик бер нисә һүҙ генә өҫтәнем. Унда: «Мин һуҡыр - ә урамда яҙ...». ✅ Ниндәй генә хәлдә ҡалһағыҙ ҙа мохтаждарға ҡулығыҙҙан килгәнсә ярҙам итегеҙ. Эргәләренә битараф үтеп китмәгеҙ, изгелек онотолмай, барыбер ҡасан да булһа, әйләнеп ҡайта! Рәфилә БИКЙӘНОВА.

    Открыть в MAX
    Просмотры
    346
    ER
    3,5%
    Реакции
    12