Перейти к содержимому

Пост канала

Aдминистрация Бурзянского района
  1. фото

    1660-сы һайлау участкаһында бөгөн тәүгеләрҙән булып күп балалы Сәитбаталовтар ғаиләһе һайланы. Заһир һәм Зәлиә Сәитбаталовтар 6 бала тәрбиәләй. Һайлауҙа улар менән бергә Зөфәр, Батырхан, Мәликә, Тамерлан һәм кескәй Амир ҙа ҡатнашты. Тайфурҙары ҡырҙа уҡый, шул сәбәпле ҡатнаша алманы. Ата-әсәләре тауыш биргәнсе, участка һайлау комиссияһы рәйесе Айгөл Вәхитова балаларға күстәнәстәр таратты, һайлауҙа ҡатнашыуҙың мөһимлеге тураһында һөйләне. "Балаларыбыҙҙың яҡты киләсәге өсөн тауыш бирәбеҙ", - ти Сәитбаталовтар. Ишле ғаиләгә именлек, һаулыҡ теләйбеҙ! #ВыбираемВместе #ЕДГ2026 #АлгаВсейСемьей2026 #БашкортостанВыбирай2026 Сығанаҡ: https://vk.ru/wall-13580677_148693

    Открыть в MAX
    Просмотры
    127
    ER
    19,7%
    Реакции
    25