Пост канала
- фото
11 август көнө "Изгелек" ирекмәндәр төркөмө ҡатын-ҡыҙҙары район ветерандар советы рәйесе Олег Марс улы һәм Байназар ауылы ветерандар советы рәйесе Сәғит Ғизетдин улы менән "Беҙ бергә" исемле осрашыу үтте. Был матур сараны ирекмәндәр төркөмө етәксеһе Фәниә Солтангәрәй ҡыҙы асып, ҡунаҡтар һәм 'Изгелек" төркөмөнөң нисек барлыҡҡа килеүе, уның ниндәй эштәр башҡарыуы менән таныштырғас, Олег Марс улына һүҙ бирҙе. Ул МХО - лағы яугирҙарға гуманитар ярҙам нисек ойошторолоуы, уларҙы алып барып еткереүҙәре тураһында ентекләп һөйләне. "Изгелек" ирекмәндәр төркөмө ҡатын-ҡыҙҙарына изге теләктәр теләп, берҙәм булып, шундай ҙур мөһим эштәр башҡарыуҙарына рәхмәт белдереп, бөтәһенә лә рәхмәт хаттары тапшырҙы. Фәниә Солтангәрәй ҡыҙы: " Алла бирһә, яугир ир-егеттәрҙең ғүмерҙәрен дошман пуляһынан һаҡлап ҡалыуҙа, тормоштарын еңеләйтеүҙә артабан да берҙәм булып, һәр яҡлап ярҙам итәсәкбеҙ, сөнки беҙҙең маҡсат, уй- теләктәребеҙ бер: беҙҙең бәләкәй генә ярҙамыбыҙ тиҙерәк һуғыш бөтөүенә ҙур ярҙам булһын, яугир ир- егеттәр ғаиләләренә имен һау әйләнеп ҡайтһындар",- тине. Сығанаҡ: https://vk.ru/wall-77918299_2522
Открыть в MAX- Просмотры
- 141
- ER
- 9,9%
- Реакции
- 14