Пост канала
- фото
Районыбыҙҙың барлыҡ ҡортсоларын Башҡортостан Республикаһының Умартасылар көнө менән ихлас ҡотлайым! Умартасылыҡ — беҙҙең төбәктә элек-электән килгән төп шөғөлдәрҙең береһе, халҡыбыҙҙың рухи һәм матди хазинаһы. Бөрйән ере үҙенең шифалы балы менән генә түгел, ғүмерҙәрен ошо изге эшкә бағышлаған, ата-бабалар йолаһын һаҡлаған уңған, эшһөйәр ҡортсолары менән дә дан тота. Һеҙҙең фиҙаҡәр хеҙмәтегеҙ Бөрйән балын донъя кимәлендәге бренд булып ҡалыуына булышлыҡ итә. Йәш быуынға ошо һөнәрҙең серҙәрен өйрәтеп, традицияларҙы дауам итеүегеҙ оло ихтирамға лайыҡ. Хөрмәтле ҡортсолар! Һеҙгә ныҡлы сәләмәтлек, ғаилә именлеге, уңышлы йылдар теләйем. Тырыш хеҙмәтегеҙҙең һөҙөмтәһе һәр саҡ ҡыуаныстар ғына алып килһен! Бөрйән районы муниципаль район Хакимиәте башлығы Р.М. Абдуллин
Открыть в MAX- Просмотры
- 154
- ER
- 12,3%
- Реакции
- 19