Перейти к содержимому

Пост канала

Администрация Миякинского района
  1. фото

    Миәкә районында Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылы сиктәрендә үткәрелгән, шағир-мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуыуына 195 йыл тулыуға арналған конкурсҡа йомғаҡ яһалды. Төрлө райондарҙа йәшәүсе балалар Мостай Кәрим, Зәйнәб Биишева, Рәми Ғарипов һәм башҡа әҙиптәрҙең әҫәрҙәрен уҡыны. "Аҡбуҙат" журналы һәм Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы исеменән балаларҙы Башҡортостандың халыҡ шағиры Лариса Абдуллина сәләмләне һәм иң кескәйҙәр төркөмөндә еңеүселәрҙе бүләкләп үтте. "Башҡортостан яҙыусылары китаптарын уҡыйбыҙ" әҙәби конкурсына бөтәһе 70 эш килде. Хатта Орск һәм алыҫ Нефтеюганск ҡалаларынан да балалар ҡатнашты. Түбәндәге уҡыусылар еңеүсе тип табылды: Кескәй төркөм (7-10 йәш): - 1-се урын - Асия Мортазина; - 2-се урын - Анастасия Сарапулова; - 3-сө урын - Руслан Булатов. Шулай уҡ баһалама ағзалары кескәй йәштәге ҡатнашыусылар араһында матур сығыштары өсөн Арина Айбулатова, Сабина Шәйехова һәм Зарина Сайранованы айырып билдәләп үтте. Урта төркөм (11-13 йәш): - 1-се урын - Даниил Гүрйәнов; - 2-се урын - Алина Сәйетова; - 3-сө урын - Полина Антонова. "Тамашаса һөйөүе" номинацияһына был төркөмдә Артем Сарапулов лайыҡ тип табылды. Өлкән төркөм (14-15 йәш): 1-се урын - Азалия Фаздалова; 2- се урын - Гөлмира Бикбова; 3-сө урын - Алена Шибаева. Өлкән төркөм номинанты - Хайрулло Хаджиев. Мөмкинлектәре сикләнгән балалар араһында Таисия Сәлимгәрәева менән Арина Ғәләүетдинова баһалама ағзаларының махсус бүләгенә лайыҡ булды. Конкурста ҡатнашҡан балаларға ҙур рәхмәт еткерәбеҙ! Алда яңынан-яңы үрҙәр, еңеүҙәр көтһөн һеҙҙе!

    Открыть в MAX
    Просмотры
    259
    ER
    2,7%
    Реакции
    7