Пост канала
- фото
Миәкә районы Боғҙан ауылы мәсете мәртәбәле ҡунаҡтар ҡабул итте. Ирекле көрәш буйынса тренер- Руслан Рәшит улы Габдрахманов үҙенең тәрбиәләнеүселәрен, оҙайлы йәйәүле туристик маршрут менән : Миәкәнән Боғҙан ауылына алып килде. Ике аҙналыҡ йыйындағы балалар араһында, Татарстан, Урдмурд республикаларынан, Ырымбур өлкәһенән, Белорет районынан да балалар бар ине. Уларҙы "Димкәй" башҡорт халыҡ фольклор ансамбле апайҙары ҡаршы алды һәм тәмле - тәмле ризыҡтар менән һыйланылар. Имам-хатип Әхиәр хәҙрәт ауыл тарихын һөйләп аңлатты. Балаларзын күбеһе тренерҙары кеүек диндә. Ял итеп, намаҙ уҡып тағы юлға сыҡты йәш көрәшселәр. Источник: https://vk.ru/feed?w=wall350795730_90
Открыть в MAX- Просмотры
- 273
- ER
- 1,5%
- Реакции
- 4