Перейти к содержимому

Пост канала

Администрация МР Абзелиловский район
  1. фото

    «БЕРЛЕК» ирекмәндәр төркөмө етәкселеге Айсар Илһамов, Радмир Әминев, Азамат Шәйәхмәтов һәм Динә апай Солтанова махсус хәрби операция зонаһынан гуманитар конвой менән килтерелгән трофейҙарҙан район тыуған яҡты өйрәнеү музейында мөйөш булдырыу маҡсатында уникаль трофейҙар тапшырҙы. Бында дрондар, самолет тибындағы пилотһыҙ осоу аппараттары, дошмандың шлемы һәм бронежилеты, танкыға һәм пехотаға ҡаршы ҡоролмалар, ҡылыс һ.б әйберҙәр ҡуйылды. Бынан тыш, музейҙа алғы һыҙыҡҡа оҙатылыусы маскировка селтәре, йылы толстовкалар һәм еңһеҙ кейемдәр, подшлемниктар һәм балаклавтар өлгөләрен күрергә лә мөмкин. Осҡон гәзите

    Открыть в MAX
    Просмотры
    239
    ER
    1,7%
    Реакции
    4