Перейти к содержимому

Пост канала

«Ағиҙел» журналы | журнал «Агидель»
  1. фото

    Бөгөн Шәһит Хоҙайбирҙиндең тыуыуына 130 йыл Бөгөн Өфөлә Матбуғат йорто алдында журналистар арҙаҡлы шәхестең һәйкәленә сәскәләр һалды. Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе урынбаҫары Марат Ғәзизов Ул һәйкәл янына килеүҙең үҙе лә ҙур мәртәбә икәнен билдәләп: — Ошондай көндә бергә йыйылыу — беҙҙең өсөн оло хөрмәт. Беҙ Шәһит Хоҙайбирҙин эшен дауам итәбеҙ, был да оло хөрмәт. Ул ауыр заманда йәшәне: Граждандар һуғышы, республиканың ҡоролоу осоро... Журналистар ул саҡта ла, бөгөн дә иң мөһим эштәрҙе башҡара, — тине. "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йортоноң генераль директоры Зөлфиә Рәхмәтуллина һәйкәлдең журналистар өсөн әһәмиәтен билдәләне. — Шәһит Хоҙайбирҙин һәйкәле — барыбыҙ өсөн дә ҡәҙерле урын. Бында республиканың бөтә журналистары йыйыла ала. Шәһит Хоҙайбирҙин баҫма журналистика өсөн күпер һалды, ә беҙ уның эшен дауам итәбеҙ һәм быны радио, телевидение, интернет һәм башҡа электрон төрҙәрҙә лә башҡарабыҙ, — тине ул.

    Открыть в MAX
    Просмотры
    76
    ER
    6,6%
    Реакции
    5