Перейти к содержимому

Пост канала

«Ағиҙел» журналы | журнал «Агидель»
  1. Сюжет тигәндән, бәлки “килдем- күрҙем-еңдем” тигәнерәк аныҡ ҡына линия ла юҡтыр, ләкин төп сюжет линияһы геройҙарҙың эске донъяһында бара бит, ундағы кисерештәрҙә, үҙгәрештәрҙә, уйҙарындағы, ҡылғандарындағы ҡапма-ҡаршылыҡтарҙа, вулкан ише урғылырға торған һағыштарҙа, һыҙланыуҙарҙа... Ҡайһы саҡта уны уҡып ҡына түгел, ул геройҙарҙың тиреһенә инмәй тороп аңлап та булмайҙыр. Шундай күңелһеҙ булды минең өсөн беренсе “читка”. Рәфис Гәрәевичҡа был хаҡта еткергәндәр, килеп сығырмы икән тип шик тә белдергәндәр (ул был турала премьеранан һуң ғына әйтте), ләкин ул миңә был турала бер һүҙҙә өндәшмәне, бары: “Әҫәр бар, договор төҙөйбеҙ, февралдә премьера,” – тип тынысландырҙы. Үҙ театрына, режиссерҙарына, актерҙарына ныҡлап ышанған иҫ киткес шәп етәксе икән, теманың мөһимлеген аңлаған, унда йөрөп, үҙ күҙҙәре менән күреп ҡайтҡан авторға ышаныс белдереп, барыбер ҙә “риск”ҡа барһа бара – бындай егет артҡа сигенәһе түгел, тип уйлап ҡуйҙым шул саҡ. Яңы йыл каникулынан һуң икенсе “читка” ҡуйылды. Әҫәрҙе каникулда ныҡлап тағы ҡарап сыҡтым. Әллә ни үҙгәрештәр булмаһа ла, Комбатты ныҡлы төп герой иттем, пьесаның төп идеяһын ул бирә. Диалогтарҙы тағы ла көсәйтә бирҙем. Геройҙарым тағы ла нығыраҡ асылған кеүек күренде. Премьераға айҙан ашыу ғына ваҡыт ҡалған. Рөстәм, өлгөрәбеҙ, ти. Үҙе пьесаны энәһенә-ебенә тиклем тикшергән. Минең 35 битлек әҫәремә егерме битлек анализ яҙған. Үҙе бер пьесалыҡ яҙмалар. Һәр геройымдың характеры, хәрәкәте, теге йәки был ваҡиғала роле һб. Диалогтағы һәр һүҙҙең көсө. Нимәгә алып килә был һүҙ, был өндәшеү, был һорау, был пауза? Төп конфликттан тыш геройҙарҙың үҙ-ара конфликты нисек, ҡайҙа көсөргәнеш нығыраҡ сағыла, “аҫҡы ағым” йәғни күренеп бармаған төпкә йәшерелгән фекер ҡасан “выстрелить”, ҡыҫҡаһы, әҫәргә төплө анализ эшләгән был каникулда. Тик пьесаның үҙенә ҡул тейҙермәгән. Бер көн шылтырата: – Пьсаны уҡып бөттөм, – ти – Нисек уҡып бөттөң? Уҡыныҡ та һуң? – Йөрәгем, аҡылым менән уҡыным, иләктән үткәрҙем. Һин гений, үҙеңдең гений икәнеңде белмәйһеңдер әле, ти. – Ҡурҡытма әле. – От точки до точки уйланылған.Бөтә геройҙарың да тере, йәшәй, үҙгәрә һәм бер-береһе менән дә конфликтта. Актерҙарға уйнау иҫ киткес еңел буласаҡ – Әйттең хәбәр, ҡабул итмәнеләр ҙәһә. Икенсе “читка”ла әҫәрҙе Рәмзил Сәлмәнов үҙе генә уҡыны. Таҙа , аңлайышлы итеп, геройҙарҙы аңлап, кәрәк урында пауза һаҡлап, эмоция биреп, фекер һалып уҡыны, рәхмәт уға. Ҡыҙҙар илап ебәрҙе. Мин дә үҙемде көскә тыйып ултырам. Браттарым күҙ алдына килә. Уҡып бөттө. Тынлыҡ урынлашты.Кем дә булһа һүҙ әйтергә ҡыймай ултыра. Һәр актерҙың йөҙөндә етдилек, мәғәнәле ҡараш. Һәм шул тиклем мәғәнәле тынлыҡ! Һәм ошо тынлыҡ минең тынымды асып ебәрҙе, күккә ынтылыр ниндәйҙер көс бирҙе.Һәм ошо мәлдә мин аңланым – килеп сығасаҡ! Оло эшкә барыһы ла әҙер. Директор ҙа, режиссер ҙа хаҡлы булған! Һәм эштәр башланып китте. Ролдәр бүленде. Көн дә – репетиция. Көндәлек тормошома ҡайтып был әҫәр хаҡында оноторға тырыштым. Февраль башында шулай ҙа Рөстәмдән һораным: “Нисек?” – Сәхнәгә сыҡманыҡ әле, этюдтар эшләйбеҙ. Ә бер көндә үҙ шылтырата. – Ярты сәғәт репетецияға тотона алмайбыҙ. – Нимә булды? – тип борсолоп киттем. – Сәхнәгә сыҡҡайныҡ, актерҙар түгелеп илай ҙа ебәрәләр. Аптыраҡ. Ныҡ йөрәккә үтә был. Февраль уртаһында бының тауышы шат. – Коллектив почуял запах крови, дары еҫен тойҙо егеттәр, инеп киттеләр былар һуғышҡа... Күңелем берсә һөйөнә, берсә борсола. Барып ҡарарға теләгем бар ҙа, алдан йөрөгөм килмәй, нисектер ҡаушайым. Шул арала директор Рәфис Гәрәевич сәхнә өсөн яу ҡоралдары, яугир формалары йүнләгән. Шунан икеләнеп, яуҙы дөрөҫ күрһәтәбеҙме, ҡоралдар һәм формалар хаталы түгелме тип, МХО яугирҙәре менән үҙ-ара аралашыу һорауҙары буйынса Радий Хәбировтың советнигы, хәрби хәрәкәттәр ветераны Алик Камалетдиновты саҡырҙы. Ул килеп егеттәргә ҡоралдарҙы нисек тоторға, башҡа һорауҙарына яуап биргән, төҙәтмәләр индергән. Иң мөһиме, дөрөҫ эшләйһегеҙ, ҙур эш башҡараһығыҙ, тип дәртләндергән тегеләрҙе.

    Открыть в MAX
    Просмотры
    65
    ER
    —
    Реакции
    —