Перейти к содержимому

Пост канала

«Ағиҙел» журналы | журнал «Агидель»
  1. командировкамдың бушҡа түгеллеген аңлаясаҡмын, был яу хаҡында ныҡлап яҙасағымды һәм яугир егеттәребеҙҙе тарихта ҡалдырасағымды ныҡ төшөнөп, үҙемә һүҙ бирәсәкмен. Сәхнәгә мендереп булһа ла Рәмисте терелткем, шулай итеп булһа ла исемен мәңгеләштергем килде. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Рәмистең кәүҙәһен егеттәре сығара алмай, өс йыл үткәс кенә ҡайтара алдылар. Был реаль геройҙар менән директор ҙа, режиссер ҙа килеште. Рөстәмгә сюжет та, әҫәрҙең жанры – поэма ла оҡшаны. Тик шулай ҙа ул: “Уйлайыҡ әле, сквозной йәғни үтәнән-үтә бер нимә етмәй. “Комбат”ты мин төп герой һымаҡ күрәм”, – тип ҡуйҙы. Ә миндә ул бер нисә сәхнәлә күренеп ҡалған ябай персонаж ғына. Шулай ҙа әҫәрҙең төп фекерен ул белдерә ине. Ғөмүмән, әҫәрҙәрҙә ретро алымын бик ныҡ яратмаһам дә, комбат аша, уның үткәндәрен һөйләүе, монологтары аша сәхнәләрҙе тоташтырырға булдым. Ноябрҙә әҫәр тулыһынса әҙер ине. Театр сит ерҙәрҙә фестивалдә булыу сәбәпле, беренсе “читка” декабрь башында ғына булды. Алдан китеп шуны ла әйтәйем, ҡайһы бер геройҙарҙы театрҙың айырым актерҙарын күҙ уңында тотоп та яҙғайным. Өсәүһен Рөстәмгә әйттем. Ул ризалашманы, дөрөҫөрәге, уныһы минең өҫтә, спектакль өсөн хәҙер мин яуаплы инде, тип белдерҙе. Шулай ҙа бер геройымды “һаҡлап” ҡала алдым. Эйе, “Хакер”ҙы тик Вадим Ҡылысов ҡына еренә еткереп уйнаясаҡ, минеңсә. Иң ауыр образ, иң йәмһеҙ, мәғәнәһеҙ герой. Тик ул шул тиклем яуызмы икән? Вадим Стәрлетамаҡта минең бер әҫәремдә уйнаны. “Тыңлайыҡ ваҡыт аҡҡанын” спектаклендә сәхнәгә ул бәләкәй генә күренештә бер нисә минутҡа, уныһы ла финалда ғына, сыҡты ла һәм тамашаны, ысын мәғәнәһендә, дауылға әйләндерҙе. Ул үҙенең энергетикаһы, үҙенең хәрәкәттәре, шармы менән бөтөнләй әһәмиәтһеҙ образ аша пьесаға яңы мәғәнә өҫтәне. Әлеге яуыз Хакерҙа ла ана шул энергетиканы күргем килде. Тик ул геройым тыштан ғына әшәке, яуыз, әэсендә уның ниндәй ялҡындар уйнай – быны Вадим ғына бирә ала кеүек тойолдо миңә. Мөмкин булһа, Хакерҙы, зинһар, Вадимда ҡалдыр, тинем режиссерға. Ә мин уны бөтөнләй башҡа образда күрәм әле, тине Рөстәм. Һуңынан, эйе, әҫәрҙә иң ауыр образ Хакер, Вадим йырып сығыр, тип минең менән ризалашасаҡ режиссер. Тәүге “читка”ла йыйылған актерҙарға, режиссер, һин шул булырһың әлегә, һин шуны уҡып тор, тип төртөп кенә күрһәтте лә, башланды. Уҡығанда яңылышып та бөттөләр, абынып та киттеләр, көлөштөләр ҙә (быныһы миңә бигерәк сәйер тойолдо, етди тема), аҙағында бер-ике ҡыҙ иланы – бар тамаша шул булды. Аптыратманы ла, бер ниндәй һоҡланыу ҙа тыуҙырманы әҫәр актерҙарҙа. “Читка”нан һуң Рөстәмгә: “Актерҙарың йоҡола, мин бер ниндәй ҙә энергетика алманым,” – тинем. – Мин дә һиҙҙем. Темаға тулыһынса инмәнеләр. Борсолма, процесс күрһәтер. Фекер алышыуҙа улар теманы аңлаһын өсөн, МХО сәфәремдәге тәҫораттарым, фекерҙәрем менән уртаҡлаштым, айырым ҡыҙғаныс ваҡиғаларға туҡталдым. Барыбер улар нисектер барыһын да тыныс, ғәмһеҙ ҡабул итте, хатта былар беҙгә ҡағылмай ул, тигәнерәк ҡараш та тойғандай булдым. Ике һорау биргән булдылар. Уларын да әйтер инем. Береһе: – “Малыш” үлдеме ул, аңламаным? – тине берәүһе. Ни тип әйтергә белмәнем. Тимәк, бөтөнләй иғтибарлап тыңламағандар. Әҫәрҙә яу яланында контузия алып ятып ҡала “Малыш”, бер тәүлектән шыуышып көскә ҡайтып етә часына. Сәсе ап-аҡ була сафтан-саф баланың. Икенсе һорау: – Анастасия ниндәй телдә һөйләшәсәк сәхнәлә, башҡортсамы, руссамы, әллә украинсамы? – бер ҡараһаң урынлы һорау кеүек. Икенсенән, рус киноһында Штирлиц йә Борман немец телендә һөйләшәме ни, тип яуап биргем килде. Һуңынан был һорау өҫтөндә уйландыҡ беҙ шулай ҙа. Шундай ҡарарға килдек: Анастасияның (еренә еткереп Лилиә Исҡужина уйнаны) рус ҡыҙы икәнен белдерер өсөн, героиня тәүҙә бер нисә һөйләм русса әйтеп тора ла, кинәт кенә башҡортсаға күсеп китә. “Читка” аҙағында йәш егеттәр көлөшкән булды, араһында берәүһе, асыҡ ҡына сюжет линияһы юҡ һымаҡ, тип әйтеп ҡуйҙы... Ауыр тойғо ҡалды. Ҡабул итмәнеләр әҫәрҙе. Ниңә тотондом икән, тигән әсе бер төйөр тығылды күңел алҡымына.

    Открыть в MAX
    Просмотры
    68
    ER
    —
    Реакции
    —