Перейти к содержимому

Пост канала

«Ағиҙел» журналы | журнал «Агидель»
  1. фото

    Бөгөн Башҡортостандың халыҡ шағиры, журналист һәм йәмәғәт эшмәкәре, 1978—1999 йылдарҙа «Башҡортостан ҡыҙы» журналының баш мөхәррире, Рәсәй Федерацияһының Юғары Советы һәм Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, СССР-ҙың Яҙыусылар һәм Журналистар союздары ағзаһы, «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры, Башҡортостандың һәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы һәм Миәкә районының Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премияһы лауреаты, Башҡортостандың мәғариф отличнигы Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы Юнысова (Иҙелбаева) тыуған көнөн билдәләй! Өлкән ҡәләмдәшебеҙҙе ғүмер байрамы менән ихлас ҡотлайбыҙ һәм оҙон ғүмер, ҡоростай ныҡлы һаулыҡ-сәләмәтлек, аҡ бәхеттәр теләп ҡалабыҙ! Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы Юнысова (Иҙелбаева) 1948 йылдың 10 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Әлшәй районы Һарыш ауылында тыуған. 1966 йылда Раевка урта мәктәбен тамамлай, артабан Башҡорт дәүләт университетына уҡырға инә. Студент йылдарында уҡ балалар өсөн шиғырҙар ижад итә, «Миңә бары өс кенә» (1969) һәм «Зәңгәр тубым» (1971) тигән ике йыйынтығы донъя күрә. 1971—1973 йылдарҙа Сибай педагогия училищеһында рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй. Шул йылдарҙа балалар өсөн тағы ла ике китап сығара. Г. Юнысова — өс тиҫтәнән артыҡ китап авторы, уның шиғырҙары бик күп телдәргә тәржемә ителгән. Гөлфиә Юнысованың байтаҡ шиғырҙарына көйҙәр яҙылып, популяр йырҙар булып китте. Шағирә ижтимағи-сәйәси, ғаилә-тәрбиә хаҡында яҙған публицистик мәҡәләләре менән йыш ҡына радио-телевидение аша һәм гәзит-журнал биттәрендә сығыш яһай. 1978 йылдан 1999 йылға тиклем «Башҡортостан ҡыҙы» журналының баш мөхәррире булды. 1979—1990 йылдарҙа Өфө ҡалаһы депутаты, Рәсәй Юғары Советы депутаты һәм Юғары Советы Президиумы ағзаһы булды. 1999 йылда Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутат итеп һайланды. Гөлфиә Юнысова — «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Миәкә районының М. Аҡмулла исемендәге премияһы лауреаты (2000). 2015 йылдың 2 декабрендә Гөлфиә Юнысоваға «Башҡортостандың халыҡ шағиры» маҡтаулы исем бирелде. “Гөлфиә Юнысова башҡорт әҙәбиәте өсөн өлгөлө, ябай булмаған шәхес! Ул 1965 йылда 17 йәшлек уҡыусы ҡыҙға хат-фатиха яҙған остазы Рәми Ғариповтың өмөтөн аҡланы: «Уңыштарың менән маһаймаҫҡа, ә күберәк эшләргә, ышаныс һәм ғәҙеллек менән халҡыңа хеҙмәт итергә». Күреүебеҙсә, 75 йәшендә лә ул үҙенең остазы Рәми Ғариповтың аманатына тоғро ҡалды һәм хәҙер үҙе бик күп йәш шағирҙарҙың остазы булып тора. Рәсәй Юғары Советы һәм Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты булған саҡта Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы һайлаусыларҙың наказдарын намыҫ менән үтәне, 20 йыл арымай-талмай «Башҡортостан ҡыҙы» журналы коллективын етәкләне. Беҙ, уның ҡәләмдәштәре, ғорурланып: «Гөлфиә, артабан да күңелең йырлап торһон!» – тибеҙ”. Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай.

    Открыть в MAX
    Просмотры
    103
    ER
    6,8%
    Реакции
    7