Перейти к содержимому

Пост канала

«Ағиҙел» журналы | журнал «Агидель»
  1. фото

    Атай йорто Мәңге иҫтә атай йорто, Ҡарт ҡарағас – нигеҙ ҡото, Өрлөктәге сәңгелдәгем, Шартлап янған усаҡ уты. Сөм ҡаҙанда картуф ҡайнай, Әсәй әпәй-икмәк яһай. Аҡ мейестә имән ҡуҙы Миңә күҙен ҡыҫып баҙлай. Иҫемдә гел йортом йәме – Яңы бешкән икмәк тәме; Ҡулына алып атайымдың: «Үҫ, үҫ!» – тиеп һикерткәне. Ғаилә менән табындамын, Атайымдың алдындамын, Саҡ асылған телем менән «Мәм-мәм» һүҙен бытылдаймын. Апайҙарым шырҡ-шырҡ килә, Беҙгә ҡарап әсәй көлә. Йөҙ сағылған самауырҙан Наҙлы болот-боҫ бөркөлә. ...Саф, эскерһеҙ бала саҡты Мин йыш ҡына иҫкә алам. Күңел менән беҙ барыбер – Сәңгелдәктә ятҡан бала. Рамаҙан Ҡолмөхәмәтов шиғырҙары: https://vk.cc/d0oJ5d

    Открыть в MAX
    Просмотры
    135
    ER
    5,9%
    Реакции
    8