Пост канала
- ссылка
Бергә бассейнда булдыҡ. Ҡәҙерле тәнен һыу менән сылатып, наҙлы хәрәкәттәр менән зәңгәр тәрәнлекте иңләгәнсе, мин үҙем менән алып килгән баламды йыуындырып, бассейнға төшөрөп ебәрергә, ары-бире йөҙгәнсе, улымды күҙәтеп торорға ла өлгөрәм. Ҡырҡ ваҡ-төйәгебеҙҙе барлап, йыйынғансы-йыуынғансы байтаҡ ваҡыт үтә. Танышым иһә душтан һуң тәнен зиннәтле май менән йомшарта, сәсен киптерә, яйлап кейенә. Һис шикһеҙ, ял шундай булырға тейеш. Минең иһә эстәге "пружина" ҡыҫылғандан-ҡыҫыла бара – бассейндан ҡайта һалырға, ашарға бешерергә, иргә, башҡа балаларға иғтибар бүлеп өлгөрөргә кәрәк... https://ejansura.ru/articles/hikaya/2026-10-16/k-r-ge-ytege-ali-aman-k-t-4846765
Открыть в MAX- Просмотры
- 15
- ER
- —
- Реакции
- —