Перейти к содержимому

Пост канала

Беҙҙең Башҡортостан
  1. фото

    Был юлы егетте бөтөн­ләйгә тиерлек сисендереп, өҫтөнә яҡ япма яп­ты табип. Унан шыбырлап ҡына былай тине: – Быға операция яһарға кәрәк кисек­мәҫтән. Бөтәһе лә шаҡ ҡатты. – Нисек?!. – Шулай. Юғиһә һәләк була был балаҡай. – Киҫәһеңме ни? – Хазбикәнең йөҙө үҙгәрҙе. Инде ни булаһын аңлаған Зөләйхан да ике усы менән сикәһен ҡыҫты. – Хәҙер иғтибар менән тыңла, балаҡай, – табип бик етди, – нисек тә түҙ, бөтә ихтыяр көсөңдө йый, күрһәт мосолман сыҙам­лылы­ғын! Иҫһеҙләндереү наркозы юҡ, операцияны ошо килеш яһарға тура килә. Табиптың иҫкәртеүенән тән­дәре зымбырланы Рәмзилдең, үҙен аяҡтарын бәйләп һалған мал урынында күрҙе. Икеләнеү ҙә килтереп һуҡты башына. – Операцияһыҙ булмаймы ни? – тине һиҫкәнеп егет, кемдең күрәләтә бысаҡ аҫтына ятҡыһы килһен инде. – Була. Ул саҡта ике көн генә йәшәр ғүме­рең ҡала. Асығы шул һиңә, үҙең хәл ит: йәшәргәме, әллә алма кеүек сағыңда ер ҡортта­ры кимерһенме? https://moradim.ru/articles/y-m-i-t/2026-10-17/min-uynarmyn-in-yyrlar-y-4845545

    Открыть в MAX
    Просмотры
    18
    ER
    —
    Реакции
    —