Перейти к содержимому

Пост канала

Беҙҙең Башҡортостан
  1. ссылка

    “Юлдан ял итеп, йылынып, тамаҡ ялғап алырға тип, бер бәләкәй генә төпкөл ауылға һуғылдыҡ (ред. — журналистар). Үҙебеҙ менән аҙыҡ-түлегебеҙ бар, мөйөш кенә табырға ҡалды. Күҙгә эленгән тәүге өйгә килеп индек. Урындыҡта бер йәш ҡатын ята, ә иҙәндә, өс мөйөштә — өс бала. Ҡапыл бер ниҙә аңламай хужабикәнән самауыр ҡуйыуын һорайбыҙ. — Үҙегеҙ ҡуйығыҙ, минең хәлем юҡ, — ти ҡатын, саҡ ишетерлек тауыш менән. — Ауырыйһыңмы әллә? — Ун беренсе көн бер ни ашағаным юҡ... Ҡурҡыныс булып китте. Иғтибарлап ҡараһаҡ, балалар ҙа саҡ тын алып, хәлһеҙләнеп ята. Ҡул-аяҡтары бәйле. — Балаларың менән ни булды? Һау түгел­дәрме? — Сәләмәттәр. Ун көн ашағандары юҡ... — Ә кем уларҙы мөйөшкә ташланы, етмәһә ҡул-аяҡтарын бәйләне? — Мин үҙем шундай хәлгә еттем. Дүртенсе көн ашамағас, бер-береһен тешләй башланылар. Шуға бәйләнем дә бер-береһенән алыҫҡараҡ һалдым. Балаларҙың хәлен күреп, беҙ шунда уҡ үҙебеҙгә тигән ризыҡтарҙы сығара башланыҡ. Әммә ҡатын бар көсөн йыйып, урындығынан төшөп, ­беҙҙең алда тубыҡланды һәм илам­һыраған тауыш менән икмәктәрҙе кире йәше­реүебеҙҙе, балаларына күрһәтмәүҙе үтенде. Был әсәне әрләге килде. Әммә ул: https://tamasha-rb.ru/articles/tarikh-m-sh-khes/2025-10-02/asly-yyldary-tarihta-yna-al-yn-4411745

    Открыть в MAX
    Просмотры
    10
    ER
    —
    Реакции
    —