Перейти к содержимому

Пост канала

Беҙҙең Башҡортостан
  1. ссылка

    ... …Мәрхүмде ерләгән көндөң иртәгәһенә үк Сабит вафат булған урында «К.Х.Хаповтың шәхси предприятиеһы»тигән яҙыу барлыҡҡа килде. Тормош дауам итте. Бер көндө Ғәмилә көтөүҙән ҡайтҡан һарыҡтарын күреп, йәһәт кенә ҡапҡа асырға сыҡты. Араларында таныш булмаған ят ҡара бәрән дә күренә. Ҡатын йәһәт кенә тирә-яҡҡа күҙ һалды. Кеше-фәлән шәйләмәҫ борон индереп ябырға кәрәк, ит артыҡ булмай ул. Уң тояғына бер аҙ сатанлай икән, төҙәлер әле. Ҡатын һарыҡтарҙы керетеп, ҡапҡаны шартлатып бикләп ҡуйҙы. Арттан кемдеңдер үҙен күҙәтеп тороуын тойҙо, боролдо ла сәрелдәп ҡысҡырып ебәрҙе. Бәрән уға яңыраҡ үлгән ире Сабиттың күҙҙәре менән баға ине… Сайтта: https://ye102.ru/articles/litra/2026-08-16/ara-ary-hik-y-marat-minev-4775886

    Открыть в MAX
    Просмотры
    13
    ER
    —
    Реакции
    —