Пост канала
- ссылка
... Рәфис улым шул тиклем көтөп алған бала булды. Өлкән ҡыҙымдың туйын үткәргәс, ағалары ҙурайыңҡырағас тыуҙы ул. Шундай һөймәлекле малай ине. Аталары күтәреп кенә йөрөтөр, эштән, улымды һағындым, тип йүгереп ҡайтыр ине. Ҡартайған көндө атайлыҡ хисе уянды, тип аптырата торғайны, үҫә төшкәс, үҙенән бер тотам ҡалдырманы. Ғүмере ҡыҫҡа булырын һиҙеп ашҡынғандыр. Атаһынан ун йәштә генә ҡалды шул Рәфис. Эй ул хәсрәтле саҡтар! Бер мәл мәктәптә ағастан мылтыҡ эшләргә ҡушҡандар ҙа, булаша торғас, Рәфис баш бармағын ныҡ итеп сапҡан. Ярай әле һөйәгенә теймәгәйне. Ҡулын бәйләнем, үҙен һис тынысландыра алмайым. Тубыҡтарыма ҡапланып, атай, тип иланы ла иланы. Ауыртыуҙан бигерәк атаһын һағыныуы үҙәгенә үткәндер инде балаҡайымдың. Сайтта: https://ye102.ru/articles/litra/2026-08-09/fatiha-hik-y-marat-minev-4775883
Открыть в MAX- Просмотры
- 9
- ER
- —
- Реакции
- —