Перейти к содержимому

Пост канала

Беҙҙең Башҡортостан
  1. Биш йыллап йәшәһәләр ҙә, иң ҙур хыялдарын тормошҡа ашыра алмай улар - балалары булмай. Һәр яҡлап медицина тикшереүе үтеп, үҙенең түлле икәнлеген белгән ҡатын ирен бер нисек тә табипҡа күренергә күндерә алмай. "Мин һау" була уның яуабы. Үҙе яһалма ысул менән дә, балалар йортонан да бәпәй алыуға ҡаршы тора. Ә әсә булырға яратылған заттың ныҡ бала һөйгөһө килә. Ирен бер нисек тә ыҡҡа килтерә алмағас, ҡатындың башына ҡыйыу уй килә: икенсе берәүҙән бәпәй табырға! Алдына алғанын ҡуймай, оҙаҡ эҙләй ул бөтә яҡлап та уның шарттарына тап килгән, яҡшы холоҡло, иренә лә оҡшаған яраҡлы кешене. Бер ваҡыт шундайҙы ял йортонда тап итә һәм... тәүәккәлләй. Әлбиттә, сит иргә маҡсатын асып һалмай. Уларҙың бер осрашыуы ла берәгәйле була: Әлфинә ауырға ҡала. Иренә яңылыҡты яйлап төшөндөрә, уныһы тәүҙә ғәжәпләнгәндәй итә, һуңынан шатлығынан нимә эшләргә белмәй. Дөрөҫөн һөйләргә ҡыйыулығы ла етмәй ҡатындың, шундай яҡшы кешене юғалтҡыһы ла килмәй. Ә Таһиры шул тиклем яҡшы атай булып сыға. Балаһы менән мәж килгән иренә ҡарап ҡыуанған ҡатындың бер үк ваҡытта намыҫын ҡорт кимерә. Шундай икеле-микеле хәлдә, ҙур сер менән телгеләнеп, 20 йыл ваҡыт үтеп тә киткән... ..."Ҡыҙымды кейәү йортона оҙатҡан көндә ныҡ эсем бошоп, ирем менән һөйләшергә булдым, - тип дауам итте ул. - Нимә булһа - шул булыр, дөрөҫлөктө белергә хаҡлы, тинем үҙемә. Теләһә ниндәй яуапҡа әҙер булып: "Таһир, хәҙер һиңә бер нәмә һөйләйем, артабан нисек йәшәргә үҙең хәл итерһең" - https://tamasha-rb.ru/articles/obshchestvo/2024-02-02/irem-byl-turala-belep-y-sh-g-n-3628367?utm_campaign=119242692&utm_medium=social&utm_source=vk

    Открыть в MAX
    Просмотры
    14
    ER
    —
    Реакции
    —