Пост канала
Мине кейәүгә урлап алып ҡайттылар. Ғинуарҙа 16 тулғайны, февралдә башыма толоп ҡаплап, күрше ауыл егетенә ҡатынлыҡҡа алып ҡайтып, минән ун йәшкә өлкән бер буйҙаҡ егет ҡаршыһына килтереп ҡуйҙылар. Былай минең армияға оҙатып ҡалған егетем дә бар ине ул. Буласаҡ ирем мине белмәй, минең дә уны беренсегә күреүем. Ул дуҫтары менән нимәгәлер бәхәсләшкән дә, тегеләр быны бөгөн үк өйләндерәбеҙ тигән. Кәләш итеп мин бисараны һайлағандар... Шулай итеп төндә мине буласаҡ иремдең йортона алып кереп баҫтырҙылар ҙа: "Наил, бына һинең буласаҡ ҡатының, ҡаршы ал", - тип икебеҙҙе бер бүлмәлә ҡалдырҙылар. Мин уның янына барырға ҡурҡам, ул минән оялып тик тора. Шулай бер-беребеҙгә яҡын килергә лә ҡыймайынса төн сыҡтыҡ. Әсәйем, бисараҡайым, төнө буйы керпек тә ҡаҡмайынса ҡышҡы һыуыҡта мине эҙләп йөрөгән... "Урланған" тигән даным сыҡҡас, әлбиттә, өйгә ҡайтырға оялдым һәм яҙмышыма күнеп, күрше ауылда ҡалдым. Ул заманда айырылып ҡайтыу ҙур хурлыҡ һанала ине. Атай-әсәйемдең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтерергә ҡыйманым. Икенсе көнөнә бер бабайҙы саҡыртып, беҙгә никах уҡынылар һәм бер йыл ҡайны-ҡәйнә менән йәшәнек. Унан үҙебеҙ йорт алып башҡа сыҡтыҡ. 16 йәшемдә шундай тәүәккәл булғанмын бит! 17-лә ҡыҙ бала тапҡас, бәпәйемә алты ай тулғас, фермаға һыйыр һауырға сыҡтым. Ирем иһә көтөүсе ине. Армиянан егетем ҡайтты... - https://tamasha-rb.ru/articles/obshchestvo/2024-02-12/key-g-16-y-shemd-urlap-bir-el-r-3640060?utm_campaign=119242692&utm_medium=social&utm_source=vk
Открыть в MAX- Просмотры
- 11
- ER
- —
- Реакции
- —