Пост канала
- ссылка
– Ах!... Йәшәйһеләре килмәй!… Бер минут!… Бер секунд та!.. Ятаҡхананың туғыҙынсы ҡатындағы балконға Гөлнур йүгереп менде, тәҙрәһен асып тышҡа уҡталды. Яҙҙың йылы саф елдәре уның сәстәрен тараны, битенән һыйпаны. Күк йөҙө аяҙ, ҡырын ятып ай тирбәлә, йондоҙҙар емелдәшә, ғашиҡтар ғына серләшер сихри төн. Тик Гөлнур бер нимәгә лә иғтибар итмәне, был матурлыҡты күрерлек, нимәлер уйларлыҡ хәлдә түгел. Уның ҡарары ныҡ! Ул йәшәмәйәсәк! Ирһеҙ бала табып туғандарын, нәҫел-нәсәбен хурламаясаҡ! Бына... Бер аҙым ғына… Шул ваҡытта уның күҙ алдына әсәһе килеп баҫты. «Нимә эшләйһең һин? Аҡылыңа кил!» – тигәндәй күҙҙәренә баҡты. Гөлнур бер аҙға туҡтап ҡалды: – Әсәйем! Әсәкәйем нисек күтәрер минең үлемемде? Яҡындарым ҡара ҡайғыға батыр, ни эшләйем? Нисек күтәрәйем бындай хурлыҡты? Күҙ алдына Илдар килеп баҫты. Көн дә килеп йөрөгән егетенең һыуға батҡандай юҡҡа сығыуына ике айҙан артыҡ ваҡыт үтте, ятаҡханаһына ла ҡайтмай. Бөгөнгө көнгә тиклем Гөлнур уның килеренә өмөт өҙмәне. Килер, аңлашырбыҙ, – тип уйлай ине. Һуңғы килгәнендә әллә нисек сәйер генә айырылыштылар. Хатта үҙенең ауырға ҡалғанын да аңғартманы шул. Әллә!… Әллә уның ауырға ҡалғанын белеп ҡастымы?... Был уйынан ярһып, ҡабат талпынып балкон тәҙрәһенә ынтылды... Тағы ла… тағы ла әсәһе күҙ алдына килде. Ул асыулы ҡарашы менән ҡыҙын тәҙрәнән ситкә этәргәндәй итте. Гөлнур артҡа янтайып китте. Шул ваҡытта ҡарынындағы балаһы үҙен белдереп тибә башланы. Гөлнур иҙәнгә сүгәләне. https://ejansura.ru/articles/hikaya/2026-09-30/g-lnur-4830482
Открыть в MAX- Просмотры
- 9
- ER
- —
- Реакции
- —