Пост канала
🤲🤲🤲 Йортомда һәр саҡ теләп-көтөп алынған ҡунаҡ ошо апай-инәйҙәр. Туған да түгелдәр, ә бына ниндәйҙер күңел яҡынлығы бар. Ай һайын килеп, сутырлашып хәбәрҙәрен һөйләп, намаҙ уҡып киткәндәренән һуң күңелдә, ысынлап та, ниндәйҙер һиллек урынлаша. Һәм килгән, шылтыратып хәл белгән һайын: "Бисмиллаңды онотманыңмы? Ишегеңде асҡанда ла, ингәндә лә, һәр баҫҡан ереңдә бисмиллаңды уҡып йөрө! Бер нисә доғаны ятлап алһаң, бигерәк шәп булыр. Йөрәгең тыныс булыр, Хоҙай Тәғәлә үҙеңде ен-шайтандан аралар..." - тигән һорау менән борсолалар. Йылдар дауамында яҡын кешемә әүерелгән тағы бер апайым-ҡурсалаусымдың һүҙҙәре иҫемә төшә: "Бисмилләһи-рахмәнир-рахим", тип әйтеп йөрөһәң, шайтандар себен ҙурлығындай булып ҡала, ти. Ошо хаҡта онотма!" Был юлы ла хәл белешергә килеп, тормоштоң төрлө хикмәтен һөйләп ултырған инәйҙәр тағы "бисмилла" әйтеү тирәһендә һүҙ ҡуйыртты. Берәүһе: "Шайтан бисмиллаһыҙ кешенең ҡуйынында йөрөр", - тиеүенә көлөмһөрәп ҡуйыуымды күреп, икенсеһе: "Юҡҡа йылмаяһың, ҡыҙыҡай! Беҙ - ошондай ғибрәтле хәлдәрҙе күреп-ишетеп үҫкән кешеләр", - тип бала сағында ауылдарындағы булған ваҡиғаға әйләнеп ҡайтты. ...Хәҙер кешеләр ен-шайтанға ышанып бармай. Үҙҙәре уларға әйләнеп бөтөп барғастыр инде. Бына минең өләсәйем: "Ендәр беҙҙең янда ғына йәшәне, йыш ҡына уларҙың бер урындан икенсе урынға күсенеүен ишетә торғайныҡ. Улар шарт та шорт малын ҡыуа, балаларының илағаны-шаярғаны, аттарының кешнәүе, арба шығырлаған тауыштары ишетелә ине. Бындай ваҡытта ололар беҙҙе йорттан сығарманы, үҙҙәре лә сыҡманы. "Ендәрҙең юлын быуырға ярамай, асыуланһалар, йортоңа, нәҫелеңә бәлә, төҙәлмәҫ ауырыу килеүен көт тә тор", - тип иҫкәртерҙәр ине. Шуға күрә беҙ ендәр күсенгәнсе белгән доғаларыбыҙҙы уҡып, өйҙә боҫоп ултыра торғайныҡ", - тип һөйләр ине. Тик әҙәм балаһының көндән-көн яһиллана барыуы, теләһә ниндәй ялтырауыҡ әйберҙәре, техникаһы барлыҡҡа килеүе ендәр донъяһын беҙгә күренмәҫлек һәм ишетелмәҫлек итте, буғай. Ә бит элегерәк ҡарт өләсәйҙәребеҙҙең һүҙҙәрен хәтергә алғанда, ошо беҙгә таныш булмаған ендәр донъяһы менән аралашыу булған. Кемдер, сабыйын һауыҡтырыуҙы һорап, ошо параллель ғәләмәткә мөрәжәғәт иткән йәки, киреһенсә, улар беҙҙең атаҡлы муллаларҙан ярҙам һораған, имеш. Ололар һәр саҡ ендәр менән шайтандарҙы айырып һөйләне. Йәнәһе лә, ендәр - үҙ тормошо менән йәшәгән заттар. Кеше уларға зыян итмәһә, ҡамасауламаһа, улар ҙа беҙгә теймәй. Шайтандар иһә әҙәм балаһын юлдан яҙҙырыу, упҡынға этәреү әмәлен генә эҙләп йөрөй. Беҙҙең ауылда бик матур ғаилә йәшәне. Баһадир кәүҙәле, ҡарашы осҡон сәсеп торған йәш ир көс-ғәйрәте менән һоҡландырһа, кәләшенең иҫ киткес һылыулығы хайран ҡалдырҙы. Йәш килен юлда осраған иренең ауылдаштары менән ипле генә һаулыҡ һорашып, бер ҡараһа, кешеләр уның йөҙ-һынынан һушһыҙ ҡала ине. Матур, бик татыу йәшәне улар. Ә уларҙың мөхәббәте! Урам буйлап бергә үтеп барғанда һәр кем ҡарап ҡалыр ине. Бәхетле пар бер-береһенән күҙен ала алмаҫ, ә ҡараштарында бер-береһенә ҡарата сикһеҙ һөйөү, тағы ла һүҙ менән аңлата алмаҫлыҡ хистәр ташҡыны ағыла ине. Ғифриттәй йәш ирҙең йыш ҡына кәләшен ҡулдарына алып өйрөлтөүе, хәтһеҙ араны уны күтәреп алып барғанын күреү ниндәйҙер сихри донъяның шаһитына әүерелдерҙе. Өлкәндәр, баш сайҡап: "Күҙ теймәһен, бигерәк бәхетлеләр", - тиер ине. Яман күҙ тигән нәмә бар ул донъяла. Бер көн шулай әзмәүерҙәй ауылдашыбыҙ түшәккә йығылды. Уны кемдәр генә имләп-өшкөрмәне, табип та ҡараны - файҙаһы булманы. Баһадир кәүҙә көндән-көн шиңеп, ҡоро һөйәккә ҡалды. Тамағынан аш үтмәгән һөйгәненә ҡатыны әллә ҡайҙа ятҡан шишмәнән һыу ташып эсерҙе. Сөнки шул ер аҫтынан урғылып сыҡҡан саф һыу ғына ауырыуҙың йәнен тотоп тора ине. Тик көҙгө, япраҡтар ер өҫтөн ҡаплаған саҡта, ул күҙҙәрен мәңгелеккә йомдо. Уны ерләргә бар ауыл халҡы сыҡты. Һәр кемгә изгелек иткән йәш ирҙең ғүмере кинәт өҙөлөп ҡалыуы барыһын да Показать полностью...
Открыть в MAX- Просмотры
- 9
- ER
- —
- Реакции
- —