Пост канала
- ссылка
Ҡараңғы төшөп, тамаҡ ялғап алғас, йоҡларға әҙерләнә башланыҡ. Заһиҙә менән икәүҙән-икәү генә ҡалыу мине нисектер шомландыра ла, күңел рәхәтлеге лә бирә ине. - Нимә, айыу ботарлаһын, тип яңғыҙымды йоҡлатмаҡсы булаһыңмы?! - тине күрше ҡыҙы, минең үҙ ҡыуышыма инеп барыуымды күреп. - Әйҙә, минең янға, ашамам үҙеңде. Мин ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына күрше ҡыуышҡа инеп, Тәнзилә апайҙың урынына яттым. Тауыш-тыным сыҡмаһа ла, ҡул һуҙымы ерҙә генә ожмах ҡошолай күргән кешемдең ятыуын, ниҙер булыуын һиҙемләү йөрәгемде ашҡындырып типтерә, уның дөпөлдәүен Заһиҙә лә ишетәлер һымаҡ ине миңә. Бер аҙ ятҡас, күрше ҡыҙы урынынан тороп ултырып, “Уф, томра!” - тип күлдәген сисеп ташланы. Ҡыуыш ауыҙынан төшкән ай яҡтыһында уның ап-аҡ яланғас тәнен күреү миңә йәшен уты бәргәндәй тәьҫир итте - үҙ-үҙемде белештермәй уға үрелдем... https://gazeta-toratau.ru/articles/rubrika-7/2026-09-29/k-rshe-y-y-4827529
Открыть в MAX- Просмотры
- 15
- ER
- —
- Реакции
- —