Перейти к содержимому

Пост канала

Беҙҙең Башҡортостан
  1. ссылка

    …Әдилә – юғары белемле уҡытыусы, һаман да үҙ парын тапмаған, йәше утыҙға етеп килгән ҡыҙ. Мәктәпте тамамлағас, шунда уҡ уҡырға бара алманы: ата-әсәһе оло кешеләр ине, етмәһә, ауырынылар. Әдилә яҡшы уҡыны, шуға ул мәктәпкә эш һорап килеү менән директор риза булды. Башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытты, ең һыҙғанып, бар көсөн һәм тырышлығын һалып эшләне ҡыҙ. Быны директор ҙа, коллегалары ла күрҙе, улар ҙа һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер торҙо: барыһына ла рәхмәтле Әдилә. Өҫтөн бөтәйтте ҡыҙ, уҡырға барырға аҡса ла йыйҙы, ата-әсәһенә лә ярҙам итте. Унан ҡанатланып, дәртләнеп юғары уҡыу йортона имтихан тапшырырға китте, ләкин конкурстан үтмәй ҡайтты. Мәктәптә эшен дауам итеп, киләһе йылына тағы барҙы ла уҡыуға керҙе ныҡышмал ҡыҙ. Ләкин шаулап-гөрләп торған студент тормошо менән оҙаҡ йәшәргә насип итмәне уға… https://gazeta-toratau.ru/articles/rubrika-7/2026-09-28/b-het-u-lap-kiler-una-4827524

    Открыть в MAX
    Просмотры
    18
    ER
    —
    Реакции
    —