Перейти к содержимому

Пост канала

Беҙҙең Башҡортостан
  1. фото

    “Ғаиләңдең ҙур һәм бәхетле булыуын теләйем” Әйтергә кәрәк, әгәр ҙә ваҡытында Шәриповтар дөрөҫ ҡарар ҡабул итмәһә, был ғаиләләге ике малайҙың яҙмышы бөтөнләй икенсе боролош алған булыр ине. Уларҙың күршеләрендә оло йәштәге бер инәй йәшәгән булған. Ул бәләкәй генә ике ейәнен көткән. Рәмилә һәм Сабирйән уларға һәр ваҡыт ярҙам итеп торған. Малайҙар ҙа уларға тартыла. Рәмилә Әнүәр ҡыҙы, кәрәк булһа уларҙы ашатып та, өҫ-баштарын да йыуып, таҙалап торған. Кейемдәре булмаһа, балаларыныҡын биргән, яңыһын да һатып алған. Инәйҙең сәләмәтлеге насар булыуы сәбәпле, ул йыш ҡына дауаханала ятҡан. Ундай көндәрҙә малайҙар Шәриповтарҙың ҡарамағында булған. Ә инде ул вафат булғас, Батыр менән Эмиль дә юғалған. Шәриповтар уларҙы берәй туғандары алғандыр, моғайын, тип уйлай. Ләкин яңылышалар... https://hakmar.ru/news/godpoleznihdel/2026-09-28/ail-de-ur-m-b-hetle-bulyuyn-tel-yem-4827876

    Открыть в MAX
    Просмотры
    18
    ER
    —
    Реакции
    —