Перейти к содержимому

Пост канала

Беҙҙең Башҡортостан
  1. фото

    ҺУҢҒЫ ҺҮҘ. Ниңә бөтөн кешеләр ҙә бер иш уйлай икән! Һәм бөтәһе лә бер үк һүҙҙе әйтә алмағанына үкенә -   Тын алыуым ауырлаша. Баш әйләнә. Күҙҙе йоморға ла ҡурҡам. Шуны яҡшы һиҙәм - әгәр күҙемде йомһам, ҡабат аса алмам. Йәнемә шул ғына кәрәк. Күҙемде йомдоммо, тәнемдән айырылып, әллә ҡайҙа осорға ғына тора. Эргәмдә торған кешеләрҙең һөйләшкәнен дә яҡшы аңлайым, тип яуап бирергә генә хәлем юҡ. Көсөм бөтә бара, бөтә бара... Юҡ, әжәл менән айҡашырға башҡа мөмкин түгел. Күҙҙәр йомола...Тирә-яҡ ҡараңғылыҡҡа күмелде. Тик ул оҙаҡ дауам итмәне. Кинәт баш осомда тулы ай тыуғандай кинәт балҡып китте. Ҡыҙыҡ бит, бөтә ғаләм ҡараңғылыҡта, ә баш осомда ғына яҡты. Мин шул яҡтылыҡҡа ынтылып, карауатымдан күтәрелдем дә, әллә ҡайҙа остом... Ҡанат та юҡ, тик мин осам... Осам...Бөтә ғәләмде моңға сорнап ниндәйҙер сихри көй ағыла. Бындай көйҙө элек бер ҡасан да ишеткәнем булмағайны. Ул шул тиклем күңелгә тыныслыҡ бирә. Үҙеңдә аңлата алмаҫлыҡ еңеллек тояһың, тағы ла бейегерәк-бейегерәк күтәреләһең. https://kungak.ru/news/literature/2026-09-26/u-y-4826839

    Открыть в MAX
    Просмотры
    15
    ER
    —
    Реакции
    —