Пост канала
- фото
Ғилман баҙға төштө лә, һәрмәнеп, кәрәкле ҡайнатманы эҙләне. Ҡараңғыла ҡулы һыуыҡ тере йән эйәһенә төртөлөүенән тертләп китте. Телефонының яҡтыртҡысын ҡабыҙып, йыбырлаған йән эйәһенә йүнәлтте. Бер нәмәнең ауыр ҡуҙғалып, шыуышып унан ҡасырға маташҡанын шәйләне. Ҡойроғо ялт итте. “Йылан!” – тигән һүҙ йәшен тиҙлегендә Ғилмандың мейеһен телеп үтте. Үәт бит, ә! Өйҙәренә йылан эйәләгән! Гонаһ шомлоғо! Нишләтергә инде уны хәҙер? https://moradim.ru/articles/y-m-i-t/2026-09-25/a-yylan-fatiha-y-4825577
Открыть в MAX- Просмотры
- 16
- ER
- —
- Реакции
- —