Пост канала
- ссылка
Бер кеше төш күрә. Имеш, уны ҡола ялан сүллектә бүре өйөрө баҫтырып килә. Яҡын-тирәлә йыртҡыстарҙан йәшенерлек бер нәмә лә юҡ, имеш. Шул саҡ уның алдында бауға биҙрәһе эленгән ҡоҙоҡ пәйҙә була. Башҡаса сара тапмай, был әҙәм биҙрәгә ултырып, ҡоҙоҡ эсенә төшөп китә. Төпкә төшөп етер-етмәҫтән, биҙрә туҡталып, кеше шунда эленеп тороп ҡала. Инде ҡотолдом, тип уйлап өлгөрмәгән әҙәм ни күрә: биҙрәне тотоп торған бауҙы ҡомаҡтар кимерә башлай. Ҡоҙоҡ төбөндә һыу юҡ-юғын, әммә… унда йыландар мыжғып ята, имеш. Шул саҡ был әҙәм балаһы үҙе тапҡырында ғына ҡоҙоҡ бураһының стенаһында күҙҙең яуын алырҙай ҡып-ҡыҙыл булып бешкән еләктәр үҫеп ултырғанын күрә һәм, бер нигә лә ҡарамай, уларҙы ҡомһоҙланып ашай башлай… Төшөнөң ошо урынына килеп еткәс, уянып китә. Уянғас та был кеше бер имамға бара һәм үҙенең төшөн бәйнә-бәйнә уға һөйләп бирә. “Нисек аңларға икән был төштө?” – тип һорай ул имамдан. “Һин төшөңдә үҙеңде күргәнһең”, – ти имам. “Эйе, мин, әлбиттә, үҙемде күрҙем, әммә…”. Имам төштөң мәғәнәһен бына ошолай тип аңлатып бирә: https://tamasha-rb.ru/articles/common_material/2025-09-26/f-emle-t-sht-r-ha-ynda-4403483
Открыть в MAX- Просмотры
- 14
- ER
- —
- Реакции
- —