Перейти к содержимому

Пост канала

Беҙҙең Башҡортостан
  1. фото

    Ызғышлы, талашлы тормош үҙәгенә үтте уның. Тик нимә эшләргә генә белмәне. Ике бала етәкләп атай йортона ҡайтыуҙы башына ла килтермәне ул. Холҡһоҙ иренең ҡасан булһа ла аҡылға ултырырына өмөтләнеп йәшәне лә йәшәне.Ире генә дөрөҫ юлға баҫырға теләмәне. Доньяға шешә аша ҡарарға өйрәнгән кеше икенсе төрлө йәшәүҙе белмәне лә шикелле. Эсеп, шашып йөрөй торғас, ҡазаға юлыҡты. Бер көтөү иҫерек ирҙәр һәм ҡуша байрам итергә яратҡан аҙғын ҡатындар машинаға тейәлеп күрше ауылдағы үҙҙәре шикелле әшнәләренә юл тоталар. Рулдәге иҫерек ир йән-фарман ҡыуа торғас, машина юлдан ситкә сығып оса һәм түңкәрелә. Ни ғилләлер, берәүһенә лә бер ниҙә булмай, Айбулат ҡына ғәрипләнә. https://moradim.ru/articles/y-m-i-t/2026-09-26/kilen-4825582

    Открыть в MAX
    Просмотры
    14
    ER
    —
    Реакции
    —