Перейти к содержимому

Пост канала

Беҙҙең Башҡортостан
  1. - Себер яҡтарына барып, фатирлыҡ аҡса эшләп ҡайтаһыңмы әллә, - тине Гөлдәре иренә наҙлы ҡарашын ташлап. Яратҡан ҡатыны, балалары өсөн йәнен-тәнен ҡыҙғанмаған Самат китте ул тарафтарға. Вахта ысулы менән айлап эшләһәләр ҙә, йыш ҡына ялға ла ҡайтмай бил бөктө. Ҡайһы берәүҙәр һымаҡ эсеп, аҙып-түҙып йөрөмәне. Эшләп тапҡанын тиненә тиклем өйөнә ебәрергә тырышты. Ниһәйәт, аҡса туплап, өс бүлмәле кооператив фатир алып ебәрҙеләр. Яңы фатирға йыһазы, тегенеһе-быныһы кәрәк, малайҙарҙы кейендереп-ашатыу ҙа ҙур сығымдар талап итә. Гөлдәр ҙә өсөнсө баланан һуң ҡабат эшкә сығып торманы. - Әллә тағы бер аҙға түҙәһеңме? – тине иренә йылы ҡарашын бөркөп. Һөйөклөһөнөң һүҙен йыға буламы һуң Самат! Тағы өс-дүрт йыл ситтә эшләне ул. Һирәк-мирәк ҡайтҡан саҡтарында бар ваҡытын ғаиләһе менән уҙғарырға тырышты. Малайҙары, ҡатыны менән бергәләп тәбиғәт ҡосағына сыҡтылар, балыҡҡа йөрөнөләр. Ҡала ситендә генә баҡса алып ебәргәйнеләр, күмәкләшеп шунда соҡондолар. Донъяһын етештергәндәй булып, бөтөнләй ҡайтырға иҫәп тотоп йөрөгән Саматҡа: - Бындағылар машиналы булып бөттө. Себер тиклем Себерҙә эшләп машинаһыҙ йөрөүе әллә нисек бит әле, - тине бер кис Гөлдәре, ҡуйынында иркәләнеп. Үҙен ирмен тип һанаған кеше берҙән-беренең теләгенә ҡаршы киләме ни – Себергә сәфәр тағы бер нисә йылға һуҙылды. Инде машиналыҡ аҡса туплап, уны алыу тураһында һүҙ ҡуҙғатҡас: - Барыйҙар «Жигули» алабыҙ тип, бик үтенеп һорағас, аҡсаны уларға биреп торғайным, яҡын дуҫтар бит. Нисек бирмәйһең инде? Яйлап-яйлап түләрҙәр ҙә ул, - тине ҡатыны ғәйепле тауыш менән. Барый тигәне Клара әхирәтенең ире. Ялға ҡайтҡанда һәр саҡ бер-береһенә ҡунаҡҡа йөрөшәләр. Улар Саматтарҙың малайҙары тиҫтере өс ҡыҙ үҫтерәләр. Кем белә, бәлки, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар ҙа булып китербеҙ әле тип, бер-береһенә шаярып өндәшәләр ине хатта. Әлбиттә, дуҫтарының яйлап түләгәнен көтөп ятып булмай. Тағы китте Самат Себергә. Ләкин был юлы сәфәре ҡыҫҡа булды уның - https://tamasha-rb.ru/articles/obshchestvo/2024-02-17/ike-ail-ya-myshy-bul-an-h-l-3647941?utm_campaign=119242692&utm_medium=social&utm_source=vk

    Открыть в MAX
    Просмотры
    9
    ER
    —
    Реакции
    —