Перейти к содержимому

Пост канала

Беҙҙең Башҡортостан
  1. Борон, ғәҙәттә, яусыны көтөү түгел, хатта килерен дә алдан белмәгәндәр. Хәҙер иһә ҡыҙ менән егет үҙҙәре табыша, килешә, никах-маҙарҙы ла үҙҙәре билдәләй. Был юлы ла шулай була. Ҡыҙ ата-әсәһен иҫкәртә, бешеренә-төшөрөнә башлайҙар. Билдәләнгән көндө ҡыҙҙың әсәһе таңдан уҡ өтәләнә: шулайтайыҡ, былайтайыҡ... Атай кеше иһә сабыр: — Әйттерергә, ғәҙәттә, кис киләләр, ҡабаланма — өлгөрәбеҙ, – ти. Быны ишетеп торған ҡыҙ ҙа иркенләп тын ала, кисә үк ҡунаҡҡа саҡырған әхирәтен тыуған көнө менән ҡотлап ҡайтмаҡсы була. Китә һәм донъяһын онота... Ҡояш һалыулағас, ауыл осондағы йылға аръяғына “Жигули” килеп туҡтай. — Килен йортона юл саңын ҡағып-һуғып барайыҡ, — тип туҡтаттырған икән егеттең әсәһе машинаны. Һыу буйына төшһәләр, ни күрәләр: арғы ярҙа унлап йәш-елкенсәк табын ҡорған. Кем бейей, кем йырлай тигәндәй. Өс-дүрт ҡыҙ, нимәнелер бүлешә алмағандай, ҡырсында тас та тос һуғышып йөрөй. — Атаҡ-атаҡ, берәүһе беҙҙең килен түгелме һуң?! — https://tamasha-rb.ru/articles/common_material/2024-08-18/va-yt-y-yausylau-3890229?utm_campaign=119242692&utm_medium=social&utm_source=vk

    Открыть в MAX
    Просмотры
    10
    ER
    —
    Реакции
    —