Перейти к содержимому

Пост канала

Беҙҙең Башҡортостан
  1. фото

    Мәрйәм Бураҡаева: Үҙ-ара мөнәсәбәттәрен бала йөрәге аша үткәреп, ғорурлыҡтарын бала аша һиҙҙереп, фәҡәт үҙ мәнфәғәттәрен генә күҙәткән яңғыҙ әсәйҙәрҙең балалары бәләкәйҙән үк күңел ҡотон юғалта. Баланың үтә ныҡ тынысһыҙланыуы, ҡурҡыуы, төндәрен йоҡлай алмауы шунда уҡ борсоуға һалған һәм оҙаҡҡа һуҙмай ҡот ҡойҙортоп алғандар. Бынан тыш, бала бәләкәйҙән таяныслы, ышаныслы, маҡсатлы үҫһен өсөн дә һәр төрлө саралар күргәндәр. Баланы нимәнәндер, кемдәндер ҡурҡытыу, уны ҡурҡытыу өсөн үҙең дә ҡурҡып маташыуҙан да насар нәмә юҡ. Бала һинең «бабай килә, милиция килә, бапаҡ килә» тип ҡурҡытыуыңа ҡарағанда үҙендең ҡурҡып маташыуыңа нығыраҡ борсола башлай. «Атайым йәки әсәйем дә мине ул ҡурҡыныстан һаҡлай алмағас, үҙҙәре лә ҡурҡҡас, мин кемгә таянайым» тигән ҡот осҡос тойғолар биләп ала уның бәләкәй генә йөрәген. Ул тыныслығын юғалта. Ҡот фәҡәт тыныс күңелдә генә ныҡ һаҡлана. Бала үҫкәс, төрлө тайпылыштар менән көрәшеү өсөн көс туплай ала. Ике ҡулы ике етәктә булған, атаһы ла, әсәһе лә бер һүҙле, бер маҡсатлы татыу ғаиләләрҙә үҫкән балалар ниндәй тайпылыштарға дусар булһа ла, үҙҙәрен дөрөҫ юлға баҫтырыу, үҙтәрбиә менән шөғөлләнеү өсөн көс табыуға һәләтлерәк була. «Атайлының арҡаһы ныҡ, әсәйленең күңеле аҡ», — тигәндәр боронғолар. Тормош булғас, төрлө хәлдәр була. Дөрөҫ юлдан тайпылып алыу ҙа, атай-әсәй һүҙенән ысҡыныу ҙа, башҡа фажиғәләргә дусар булыу ҙа, осраҡлы ҡайғы-хәсрәттәр ҙә «ағас башынан йөрөмәй, әҙәм башынан йөрөй». Бәләкәйҙән таяныс тойоп, ҡурҡмай, ышаныслы үҫкән, ҡото ныҡ кешеләр бындай хәл-ваҡиғаларҙан сығыу юлын тиҙ табалар, хатта башҡаларға ла ярҙам итә алалар. Һуңғы ваҡытта тулы булмаған ғаиләләр ишәйә бара. Бала атайлы көйө атайһыҙ үҫә. Һыңар ҡанаты ҡайырыла. Атаһының айырым йәшәүен, атаһы үлеп, етем ҡалыуға ҡарағанда ла ауырыраҡ кисерә бала. Бала күңелендә ҡот һаҡлау өсөн бындай осраҡта ни эшләргә? Атай — арҡа һөйәге. Ниндәй сәбәптәр менән айырым йәшәргә тура килһә лә, балаға уның атаһы — таянысы барлығын белгертергә, атаһын танытырға кәрәк. Бала үҙ атаһы менән барыбер ҡыҙыҡһына, күргеһе, һөйләшкеһе килә. Бала менән атай күҙгә күренмәҫ нурҙар менән бәйле. Ошо нур аша күңел күңелгә тартыла. Атай кешегә лә үҙенең ҡаны, үҙенең йәне бүленгән баланан баш тартмаҫҡа кәрәк. Бала әрнеһә, атай йәне лә әрней; бала ҡыуанһа, ата йәне лә шатлана. Был тәбиғи тойғоно айырым йәшәгән атай кеше, бәлки, һиҙмәйҙер, эс бошоп китеүҙәренең, күңел болоҡһоуының сәбәбен аңламай ҙа ҡалалыр... Әммә уны белергә кәрәк. Бала әрнеүе атайға уңыш килтермәй. Атайға ла, әсәйгә лә баланың күңел ризалығын алып йәшәү фәҡәт яҡшыға ғына була. Ике ғаилә араһында аңлашыу булған осраҡта был хәлдең яңы барлыҡҡа килгән ғаиләләр өсөн зыяны юҡ. Диҡҡәттең беренсе ҡатынынан тыуған ҡыҙы — Айгөл Бураҡаева, үҙе әсәй булғас, балаһы ла ҡәҙимге үҫкәс, ҡырҡ йәштәр тирәһендә https://tamasha-rb.ru/articles/common_material/2023-09-13/bala-k-elend-atay-tig-n-tayanys-toy-o-o-a-lanyr-a-teyesh-3433830

    Открыть в MAX
    Просмотры
    14
    ER
    —
    Реакции
    —