Перейти к содержимому

Пост канала

Беҙҙең Башҡортостан
  1. фото

    «Шиғриәт – ул күңел халәте...» Ошо көндәрҙә китап һөйөүселәрҙе матур яңылыҡ һөйөндөрҙө: дөйөм ҡатырға тышлыҡ эсендә өс айырым китап донъя күрҙе. Башҡорт шиғриәтенә өс яңы биҙәк өҫтәлде: Айгөл Айытҡолова («Һағыныу»), Зөлфирә Ҡарағужина («Ямғыр романсы»), Айзилә Мортаева («Бәхет мәрйене усымда»). Өс төрлө тауыш: береһен икенсеһе менән бутау мөмкин түгел. Китаптарҙың исем туйында алып барыусы сираттағы авторҙы иғлан итә: «Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге журналистар һәм Зәйнәб Биишева исемендәге әҙәби премиялар лауреаты, шағирә Айгөл Айытҡолова!» Быға тиклем тамаша залына күтәрелеп ҡарарға ла ҡыймай, баҫалҡы ғына ҡәләмдәштәрен тыңлаған тыйнаҡ ҡарашлы шағирәнең күҙҙәрендә, гүйә, осҡондар тоҡана: Үҙ асылын юллап, тауҙар гиҙгән, Беҙ тоҡомо микән бүренең? Шул бүреләй бына мин дә бөгөн Үҙ-үҙемде эҙләп йөрөнөм... Бына ҡайҙа ул шиғриәттең көсө! Ихласлыҡта, үҙ асылыңа тоғро булыуҙа, ил, ер яҙмышы өсөн үҙеңдә яуаплылыҡ тойоуҙа. Шунда уҡ Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы, 2013 йылда Бәләбәй ҡалаһында уҙғарылған «Илһам шишмәләре» төбәк-ара шиғриәт фестивале лауреаты, шағирә Айгөл Айытҡолова менән әңгәмә ҡороу теләге барлыҡҡа килде. Сайтта: https://vatandash.ru/articles/literatura/2026-01-15/shi-ri-t-ul-k-el-hal-te-4538338

    Открыть в MAX
    Просмотры
    16
    ER
    —
    Реакции
    —