Пост канала
- фото
Һәр ауылдың була үҙенең икенсеһе, сәс алыусыһы, тегенсеһе, быйма төпләүсеһе, һалабаш һалыусыһы, сана яһаусыһы - ғөмүмән һөнәрле кешеһе! Шулай уҡ берҙе - биш итеп һөйләргә яратҡан ғәйбәтселәре лә етерлек. Улары хатта ир-ат араһында булыуы бик мөмкин. Мәрүән дә тап шундай бәндә. Үҙен исеме менән әйтмәйҙәр - "Ҡапаҡ" - ти ҙә ҡуялар. Шул Ҡапаҡ бер ваҡыт, аҡса алмашына икән, тигән хәбәр таратҡан. Бөтә тирә яҡ ауылдары халҡы булған аҡсаларына ҡалаға барып, кәрәк-кәрәкмәгән әйберҙәр алып бөткәйне аҡса әрәм булмаһын тип. Ҡасандыр аҡса ҡапыл осһоҙланып, халыҡ һемәйеп тороп ҡалғайны шул. Йыйған ғына аҡсалары әрәм булды, кәрәкмәгән ҡағыҙға әйләнде. Аҡсаһын теләһә ниндәй тауарға әйләндергән кешеләр Ҡапаҡты бәреп үлтерерҙәй булдылар. Ҡапаҡтың әсәһе Ғәлимә лә шундай ине, тейҙәр. Йәй етеп, туғайҙа емеш-еләк бешә башлаһа: https://tamasha-rb.ru/articles/satira-m-yumor/2025-09-28/apa-yumoristik-hik-y-4405263
Открыть в MAX- Просмотры
- 11
- ER
- —
- Реакции
- —