Перейти к содержимому

Пост канала

Беҙҙең Башҡортостан
  1. фото

    Көҙөн бар ағастар инде япраҡтарын ҡойорға йыйынғанда балан ҡыуағында емелдәшкән ҡыҙыл емештәргә һоҡланып туймаҫлыҡ. Ялан-ҡырҙарҙа ғына үҫмәй ул ҡыуаҡ, хәҙер күптәр матур ҙа, файҙалы ла емеш биргән был ағасты өй янына ла ултырта. Кеше сәләмәтлегенә килгәндә иһә баландағы биологик актив матдәләр ҡайһы бер ауырыуҙарҙан бик һөҙөмтәле профилактик сара һәм дауа булып тора. Әйтәйек, күптәр нервылары ҡаҡшауынан, ҡан баҫымы күтәрелеүҙән, атеросклероздан, ҡан тамырҙары ҡыҫылыуҙан баландың файҙаһын күрә. Баланда С витамины лимон менән мандаринға ҡарағанда ике, ә тимер байлығы яғынан биш-ун тапҡырға күберәк. https://moradim.ru/articles/y-m-i-t/2026-09-24/balandy-me-t-rl-fay-a-y-4825527

    Открыть в MAX
    Просмотры
    9
    ER
    —
    Реакции
    —