Пост канала
- ссылка
🧿 Ни өсөн кешегә буш һауыт бирергә ярамай? Беҙҙең халыҡта элек-электән йәшәп килгән был ғөрөф-ғәҙәттең асылы нимәлә? Эй рәхәт ине бәләкәй саҡта! Кис әсәй, һыйыр һауғас, йылы һөттө банкаға һала ла күрше әбейгә индереп ебәрә. Ә күрше әбей, кисә индергән банкаға кәнфиттәр һалып, һине көтөп тора. Был кәнфиттәрҙе үҙең эшләп алған кеүек ҡабул итәһең. Йәнәһе, кисә күршегә һөт индергән өсөн хаҡ ул. Был хәлгә шул тиклем өйрәнелгән ине, әгәр ниндәйҙер сәбәптәр менән күрше әбейе банкаға кәнфит һалырға онотҡан булһа, сығып китмәйсә баҫып тораһың әле шунда. Ул, быны шунда уҡ аңлап алып, "И-и, балаҡайым, кәнфитем бөтөп киткән. Әйҙә, мин һиңә башҡа әйбер бирәм", – тип, банкаға йә прәник, йә тимер аҡса һала. Беҙҙең халыҡтың бер үҙенсәлеге ул – кешегә буш һауыт-һаба бирергә ярамай. Ни өсөн ярамай һуң? Был турала уйланғанығыҙ бармы? Әгәр күршенән алып торған берәй һауытты: табаны, кәстрүлде йә иһә табаҡты буш килеш кире ҡайтарһағыҙ https://tamasha-rb.ru/articles/common_material/2025-04-22/ni-s-n-kesheg-bush-auyt-birerg-yaramay-4207336
Открыть в MAX- Просмотры
- 16
- ER
- —
- Реакции
- —