Перейти к содержимому

Пост канала

Беҙҙең Башҡортостан
  1. ссылка

    Заһиҙә инәй менән башта ирем танышҡан. Эштән ҡайтышлай, өйөбөҙ эргәһендәге "Пятерочка" магазины янында ултырған инәйгә хәйер бирергә булған. Яғымлы йылмайыуы менән әллә ҡайҙан үҙенә иғтибарҙы тартҡандыр инде. Унан мин дә таныштым. Яйлап ҡына, һәр һүҙҙең тәмен белеп, матур итеп татарса һөйләшкән был инәй шунда уҡ күңелгә ятты. Тыуған яҡтарҙан әллә ҡасан сығып киткән, өләсәй-олатайҙарҙы ғына түгел, әсәй-атайҙарҙы мәңгелек йортона оҙатҡан ауыл кешеһе өсөн бындай һөйләшеү танһыҡ икәнен аңлатып тороуҙың кәрәге юҡ. Тауышын да күтәрмәй, хис-тойғоларға ла бирелмәй, тыныс ҡына хәбәрен һөйләй инәй. Күберәк һине тыңлай. Хәҙер бит тыңлай белгән кеше лә һирәк. Үҙенең хәбәрен әйтеп ҡалыр өсөн генә тыңлағанға һалышҡан кеүектәр. Ә Заһиҙә инәй ара-тирә генә һүҙ ҡыҫтыра. Урынһыҙ төпсөнөүҙәре менән эс-бауырыңа инмәй. Кәрәк тапһа, үҙең һораһаң ғына, әсәйҙәрсә кәңәшен биреп ҡуя. Уның янынан тынысланып ҡайтып китәһең. Урамдағы инәй... https://ejansura.ru/news/hikaya/2026-09-23/uramda-y-in-y-4822520

    Открыть в MAX
    Просмотры
    15
    ER
    —
    Реакции
    —