Пост канала
- фото
Баймаҡ районының Яңғаҙы ауылында тыуған егет, йәшләй генә етем ҡалып, Заһира һәм Мостафа Тимербулатовтар ғаиләһендә тәрбиәләнә. Йәшләй генә ҡурайҙа уйнау маһирлығы менән дан тота. Яңы көйҙәрҙе Нурмөхәмәт данлыҡлы ҡурайсы Йомабай Иҫәнбаевтан өйрәнә. Йәше еткәс, армияға китә. Хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, Һамарҙа тракторсылар әҙерләү мәктәбендә директор вазифаһын башҡара. Намыҫлы, эшсән, егәрле егетте артабан уҡырға өндәп, Мәскәүгә юғары партия мәктәбенә ебәрәләр. Уны уңышлы тамамлап ҡайтҡас, тыуған ауылы Яңғаҙыла хужалыҡ рәйесе итеп тәғәйенләнә. Халыҡтың ауыр тормошон күреп, йөрәге аша үткәреп йөрөгән етәксе бер саҡ эшселәренә иген таратып бирә. Әлбиттә, был хәл эҙһеҙ үтмәй. Дәүләт милкен һорауһыҙ тотонғаны өсөн ғәйепләп, уны төрмәгә ябалар - https://tamasha-rb.ru/articles/tarikh-m-sh-khes/2026-06-28/samolet-torba-yn-uray-itep-4733857
Открыть в MAX- Просмотры
- 15
- ER
- —
- Реакции
- —