Перейти к содержимому

Пост канала

Беҙҙең Башҡортостан
  1. ссылка

    Яҡын дуҫым, институт йылдарындағы һабаҡташым Фәрит Юлмөхәмәтов Белорет районында йәшәй. Минең менән бергә уҡытыусы һөнәрен үҙләштереп диплом алһа ла ул күптән инде икенсе йүнәлеште һайлап урман эштәре менән шөғөлләнә, лесничий, ҡатыны Разия ғүмере буйы алыштырғыһыҙ почта мөдире. Яңыраҡ, туғандарынан ҡунаҡтан ҡайтышлай Юлмөхәмәтовтар юл яҙлыҡтырып беҙгә һуғылдылар. Күңелле табын артында тормош хәлдәре хаҡында гәпләшкәндә Разия ханым үҙе менән булған бер ваҡиғаны һөйләне. – Хәҙерге ауыр заманда кешегә ярҙам итке лә килә, әммә ҡайһы саҡ күрһәткән игелегеңде аңлап еткермәйҙәр, тейешенсә ҡабул итмәйҙәр, баһаламайҙар, бер һүҙ менән әйткәндә ҡылғандарың халыҡ мәҡәлендәге һымаҡ, ит изгелек, көт яуызлыҡҡа ҡайтып ҡала. Хәйер, 10-11 йәшлек малайҙы ҡайһылайтып белекһеҙлектә ғәйепләмәк, битәрләмәк кәрәк, - тип башланы хикәйәһен. - Уҙған йыл декабрь баштарында почтаға Ғәзинур исемле малай килеп инде. Ата-әсәһе аварияға эләгеп бер төптән үлеп киткәс ул иҫ белгәндән бирле өләсәһе менән йәшәй. Ҡартлыҡ һәм етемлек буйынса пенсия-пособие алһалар ҙа айлығын әүеш-теүеш итеп, осто-осҡа саҡ ялғап көн итәләр. Малай ҡасаба мәктәбендә уҡый, йоҡа ғына куртка, йәйге кросссовкалар кейеп йөрөгәнлектән уҡыуға китешләй, йә кире ҡайтҡанында беҙгә, почта бүлексәһенә йылынырға инә. Сәй эскән сағыбыҙға тап килһә Ғәзинурҙы ихласлап яныбыҙға саҡырабыҙ, кеҫәләренә тәм-том тултырып оҙатабыҙ. Ул алдына ҡуйылған һыйҙан да төрөлгән күстәнәстәрҙән дә баш тартмай, мәгәр үҙен ипле, тыйнаҡ тота. Был юлы малай нишләптер һуңға ҡалған, мин дә шәмбе көн таратаһы гәзит-журналдарҙы әҙерләп маташам. – Разия апай, инергә мөмкинме? - Ҡунағым уңайһыҙланғандай ишек төбөндә туҡталды. – Бәй, һорап торған буласы, әйҙә үт! Кисҡырын ныҡ һалҡынайта, өҫ-башың да йоҡа, - тип һөйләнеп ҡаршыланым. – Конверт килтергәйнем. Йәшниккә һалайым тиһәм, эстә ут күренгәс тиҙерәк китһен тип бында индерҙем. «Кемгә икән? Уның бит яҡын туғандары юҡ хисабында. Ошоғаса хат яҙғаны ла, ситтән сәләм алғаны ла булманы…» – Ҡана хатыңды бир ҙә ултырып әҙерәк йылынып сыҡ! - Эргәмдән урын күрһәттем. Ғәзинур оҙаҡ мөштөрҙәгәндән һуң түш кеҫәһенән таушалып бөткән конверт килтереп сығарҙы ла ҡәҙерле нимәләй күреп ҡулында әйләндергеләне, тапшырырғамы-юҡмы тигәндәй икеләнеп торҙо: – Иртәгә китерме икән? – Таң менән почта машинаһы килә, башҡа корреспонденцияларға ҡушып һалырмын. – Ә улар күпме? – Хәҙер бит башлыса телефон аша ғына хәбәрләшәләр, шулай ҙа хат та яҙалар ҡайһы саҡ. Етерлек. - Өҫтәл өҫтөндәге өйөмгә ымланым. – Апаруҡ икән шу… Ошоноса ҡағыҙҙар араһында минеке юғалып-нитеп ҡуйһа ҡайһылайтырмын? – Юғалмаҫ, ҡиммәтле хатҡа тәғәйен маркалар йәбештерермен, - тип тынысландырҙым Ғәзинурҙы. Малай сығып киткәс конвертҡа күҙ һалдым, ундағы тапшырылаһы адрес тапҡырына ҙур хәрефтәр менән ”Ҡыш бабайға Белорет районында йәшәүсе Юламанов Ғәзинурҙан”, тип яҙылған. Аныҡ билдәләнешһеҙ нимәнең бер ни тиклем ваҡыттан һуң сүп һауытына ырғытыласағы көн кеүек асыҡ. Үҙеңә төбәлмәгән нимәне уҡыу әҙәпһеҙлек, рухи бурлыҡ иҫәпләнһә лә асып ҡарарға йөрьәт иттем - https://tamasha-rb.ru/articles/common_material/2026-01-02/ysh-babay-b-l-ge-4527318

    Открыть в MAX
    Просмотры
    14
    ER
    —
    Реакции
    —